

Һыуыҡ көндәр башланды – һалҡын ямғыр яуа, көслө ел иҫә. Бына ошондай ваҡытта мобилизацияланған ир-егеттәргә йылы кейемдәр кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлай. Шуға Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы инәйҙәре ойоҡбаш бәйләй. Был акцияға, тәүгеләрҙән булып, Римма Әйүпова ҡушылған, тип хәбәр итә “Атайсал” гәзите. Баҫманың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡуйылған видео ла – ошо хаҡта.
Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә “Йөрәк йылыһы” тигән акция иғлан итте. Уға теләге булғандарҙың барыһы ла акцияға ҡушыла һәм кәрәк-яраҡтарҙы Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43 адресы буйынса урынлашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына килтерә ала.
Видео: социаль селтәрҙән.
Фото: livemaster.ru