Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 12:30

Ҡатмарлы мәсьәләләр оператив хәл ителә

Асыҡ булыу бик мөһим.

Ҡатмарлы мәсьәләләр оператив хәл ителәҠатмарлы мәсьәләләр оператив хәл ителә
Ҡатмарлы мәсьәләләр оператив хәл ителә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған.

"Бөгөн республикабыҙҙың предприятиелары менән өлөшләтә мобилизация шарттарында тотороҡло эшмәкәрлекте тәьмин итеү буйынса ҙур кәңәшмә үткәрҙек, – тигән Андрей Геннадьевич. – Улар осрашҡан проблемалар тураһында һөйләштек, киләсәктә хәл итеү юлдарын ҡараныҡ. Беҙгә эре предприятиеларға, бизнесҡа, республикабыҙҙың Хәрби комиссариатына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә үҙ-ара аңлайышлы схема төҙөргә кәрәк. Хәйер, беҙ был тәңгәлдә эште башланыҡ та инде һәм оператив рәүештә беҙгә килгән һорауҙарҙы ҡарайбыҙ. Асыҡ булыу, беҙҙең предприятиеларға ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу бик мөһим. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн минең телефонымдың шылтыратыуҙарҙы һәр саҡ ҡабул итергә әҙер булыуын тағы ла бер тапҡыр коллегаларымдың хәтеренә төшөрәм".

Андрей Назаров әйтеүенсә, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә килеп тыуған хәл-торошҡа оператив иғтибар итеү маҡсатында Башҡортостан Башлығы етәкселегендә оператив штаб төҙөлгән.

Андрей Назаров етәкселегендә һәм республикабыҙҙың башҡарма власть органдары, Милли банкы һәм Федераль һалым хеҙмәте идаралығы ҡатнашлығында көрсөккә ҡаршы проект офисы бар. Уның сиктәрендә һигеҙ йүнәлешле комитет барлыҡҡа килгән (сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ, IT тармағы, эксперт эшмәкәрлеге, банк секторы).

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республикабыҙҙың дәүләт инспекцияһы менән берлектә көн дә мониторинг үткәрә. Мәшғүллек үҙәктәре яңы форматта эшләй.

Федераль бюджеттан, өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн, хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү маҡсатында 1,5 миллиард тирәһе аҡса бүленә. Республикабыҙҙың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан да ярҙам күрһәтелә.

Фото: “Бәйләнештә” төркөмө.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас