Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 09:30

“Ҡайҙа икәнемде белгең килһә, ҡояш байышына ҡара”

fotokto.rufotokto.ru
Фото:fotokto.ru

Йәйҙең иң оҙон көндәрендә ҡыҙарып ҡояш байығанын, уның артынса уҡ күк йөҙөнөң шәмәхә төҫөнә инеп балҡығанын күреп, кемдәр генә һоҡланмай икән!

Бөгөнгөләй хәтеремдә, күрше-тирәләге ете-һигеҙ йәшлек бала-саға йыйылышып алғанбыҙ ҙа, арыу-талыуҙы белмәй, аслы-туҡлы икәнлегебеҙҙе лә онотоп, әле ишек алдына йүгереп сығып, әле өйгә шаулашып-шаярышып килеп инәбеҙ. Шул ваҡытта ҡояш байыған яҡтағы тәҙрә ҡаршыһына баҫып, тын ғына ҡатып ҡалған әсәйемә күҙем төштө. “Әсәй” тип өндәшеүемә лә иғтибар бирмәгәс, әкрен генә янына килеп ҡулынан тотоп алдым да күҙҙәренә ҡараным, уның күҙҙәре тулы йәш, ә йөҙө шул хәтлем моңһоу ине. Мине берсә йәлләү, берсә ҡурҡыу хисе баҫты. Бәлки, әсәйҙең әйткәнен тыңламағанбыҙҙыр, шуға илайҙыр, тип уйлап уйнауымдан туҡтаным.

Был хәлдән һуң да әсәйҙең ҡояш байышына моңайып ҡарап торғанын күп тапҡыр күрергә тура килде, ләкин ул ваҡытта мин бер ни ҙә төшөнмәй инем әле, ә һорашырға батырсы­лығым етмәне. Бер аҙ үҫкәс (биш балаһының иң кесеһе инем), әсә­йемдең һүҙҙәренән шуны аңланым.

...1942 йылдың йәйе – мәрхәмәт­һеҙ ҡанлы һуғыш осоро. Атайымдың һуғыш яланынан яҙып һалған хаттарының береһендә шундай юлдар бар: “Минең ҡайҙа икәнлегемде белгең килһә, йәйге ҡояш байышына ҡарарһың”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уның һуңғы хаты була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, “ирегеҙ Сталинград өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булды” тигән ҡайғылы хәбәр килеп төшә. Әсәйем шул көндән башлап һәр кисерешен, ҡайғыларын ҡояш байышындағы күк йөҙөнә ҡарап уртаҡлашҡан.

– Мин ул аяуһыҙ хәбәр менән бер нисек тә килешә алмайым, атайығыҙ минең өсөн һаман да иҫән, шул шәмәхә төҫөндәге күк йөҙөнән йылмайып ҡарап торалыр һымаҡ, – тип һүҙен тамамлай ҙа ғәзиз кешем көрһөнөп ҡуя, йөҙөн моңһоулыҡ баҫа.

Ҡояш байышына ҡарайым да мин дә уйға сумам. Шул ваҡытта шәмәхә төҫөнә ингән күк йөҙөнә кешеләр һоҡланып ҡына ҡараһа, бер кемгә лә, бер ҡасан да һуғыш ҡайғыһы күрергә яҙмаһа ине...

-  Венера ЯҠУПОВА 

 Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас