

Бөрйән районы хакимиәтендә Азат Ғәбитовҡа, Фаил һәм Иҫәнғужиндарға әүҙем гражданлыҡ позицияһы, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләренә ярҙам күрһәтеп, социаль объекттарҙы тергеҙеүҙә ҡатнашҡандары өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Эш сәфәре хаҡында белешергә тип Фаил Иҫәнғужиндарға һуғылдыҡ.
Хәләл ефете Гүзәл ярты йыл элек заман сиренән баҡыйлыҡҡа күскән, ҡатын-ҡыҙһыҙ донъяны үҙегеҙ беләһегеҙ, әммә хужаның донъяһы парлашып донъя йөгөн тартҡандарҙыҡынан артыҡ булмаһа, кәм түгел: һәр ерҙә – тәртип, бөхтәлек.
Ана, уның ҡайтҡанын белеп, бер оя себештәрен эйәртеп, тауығы ла ҡайтып ингән хатта. Әле булһа георгиндары балҡып, көҙгө ҡырауға бирешмәҫ башҡа сәскәләре ҡапҡаһына йәм биреп ултыра. Үҙе юҡта Рушан ҡустыһы донъяһына күҙ-ҡолаҡ булып тора икән. Луганск тарафтарынан кисә төнләтеп килеп төшкән Фаил таң менән мунса яғып та ебәргән. Ирҙең бөтмөрлөгөн дәлилләп, “ГАЗель”, “Нива”, “Веста” машиналары ултыра.
Егәрле, донъя көтөүгә ныҡыш ир-уҙамандың йортонда бөтә уңайлыҡтар бар – йылы һыу ағып тора, душ, газ... Икәү ҡорған донъяңда рәхәтләнеп йәшә лә бит – тәҡдир тигәнеңдең үҙ ғәмәле шул...
– Донъяны ҡатыным менән икәүләп төҙөнөк, һәр нәмәлә Гүзәлдең дә өлөшө, ҡыҫылышы бар, – ти ир, моңһоуланып. – 22 йыл иңгә-иң терәп донъя йөгөн тартҡан хәләлеңде юғалтыу бик ҡыйын шул. Өйҙә яңғыҙ толҡа тапмағас, ҡырға сығам да китәм.
Фаилдың улы Айсыуаҡ та вахта ысулы буйынса эшләй икән – Финляндия сигендә. Уға тиклем Белорет иҡтисад колледжында юрист һөнәрен үҙләштергән.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип белеп әйткән халыҡ – Фаилдың уҡып алған һөнәрҙәрен, уларға таныҡлыҡтарын барлайбыҙ – вәт, исмаһам, уҡыған да уҡыған, һөнәрҙәрҙең дә бөгөнгө заман талап иткәндәрен алған: металлконструкциялары буйынса 5-се разрядлы маляр, скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса быраулаусы ярҙамсыһы, 5-се разрядлы сәнәғәт альпинисы, 4-се разрядлы электромонтажсы, электр ҡоролмалары һәм көс селтәрҙәре буйынса 4-се разрядлы электромонтажсы, күтәргес вышканың люлька эшсеһе, 4-се разрядлы ҡом менән таҙартыусы (пескоструйщик), стропальщик, автомобилдәр ремонтлаусы, 4-се разрядлы слесарь, водитель, автомеханик, маляр-высотник, тимер-бетон конструкциялар монтажсыһы. Өҫтәүенә, фольклор коллективы етәксеһе, Бөрйәндә матур йолаға әйләнгән саналы аттарҙа ярыштарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы (хатта бер йылы Өфөгә ат ярышына барып, республика буйынса 4-се урынды яулап ҡайтҡан) һ.б.
Ғүмер буйы спорт менән шөғөлләнә – әле лә иҙәндә гантелдәре ята.
Иҫке Собханғолда 132-се һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгәнендә лә бер юлы пилорамала эшләп өлгөргән егет әле ул! Быларҙан тыш, ҡурайсы, ауыл әүҙемсеһе, райондың спецназсылары һәм Росгвардияла хеҙмәт итеп ҡайтыусыларының төркөм етәксеһе лә. Юҡҡа ғына игеҙәге менән Мәскәүҙә Дзержинский дивизияһында (махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙә) хеҙмәт итмәгән.
– “Газпром”да ла, “Лукойл”да ла, “Роснефть”тә лә – Рәсәйҙең төрлө тарафтарында эшләнем. Эшләмәгән эш, йөрөмәгән ер ҡалманы, – ти ул.
Фаилдың игеҙәге Наил да эшкә сос, үҙенә талапсан егет. Аллаһ насип итеп, бынамын тигән кәләш алып та ебәрһә, донъяһы түңәрәкләнәсәк.
– Эш ҡайҙа ла эш инде ул. Бөрйәндән Өфөгә район хакимиәтенең машинаһы илтеп ҡуйҙы, алып ҡайтты. Хакимиәттән хәл-әхүәлде белешеп торҙолар – рәхмәт.
Өфөнән Луганск Халыҡ Республикаһына 200 кеше барҙыҡ. Юлда йәмғеһе 56 сәғәт булдыҡ. Барғас, беҙҙе бер поликлиникаға урынлаштырҙылар. Ике ҡатлы мәктәпте балаларҙы 1 сентябргә ҡабул итерлек хәлгә килтерҙек. Унда аҙыраҡ ҡына эш ҡалды. Мәктәп беҙ барғанда ниндәй хәлдә һәм беҙ ҡайтҡанда ни сүрәттә ине – ер менән күк араһы. Беҙ йәшәгән поликлиниканы ла тергеҙәләр.
Бәләкәйҙән Баймаҡта интернатта ятып уҡығас, үҙаллылыҡҡа өйрәнгәс, ҡыйын булманы. Ҡул белгәс, барыһын да һыпырып башҡараһың. Мин биҙәкләүҙә (гипслы ҡатырға менән эш) ҡатнаштым.
Штукатур-маляр ҡатын-ҡыҙҙар ҙа барҙы. Күмәк ҡулға эш сыҙаймы – мәктәп тиҙ арала уҡыу йылына әҙер булды, – ти Фаил Хәсән улы.
Афарин, егеттәр, тиергә генә ҡала Фаил, Наил , Азат кеүек егеттәргә! Уларға артабан да уңыштар насип булһын.
- Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Бөрйән районы