

29 сентябрҙә 2022 йылда граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Президент гранттары фондының конкурсы тамамланды. Башҡортостандан тәҡдим ителгән 234 проекттың 27-һе еңеүселәр рәтенә инде (11,5 процент). Еңеүсе гранттарҙың дөйөм суммаһы – 44 933 641,6 һум.
Был – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң алдынғы, ә Рәсәй буйынса ҡарағанда, Ростов өлкәһенән ҡала (29 проект) икенсе күрһәткес. Өсөнсө урында – 20 проект менән Белгород өлкәһе.
Һайлап алынған проекттарҙы финанслау 2022 йылдың 1 октябренән башлана.
Беҙҙең республиканан бирелгән проекттарҙың 26-һы “социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙы социаль яҡлау” йүнәлеше буйынса, тағы берәүһе “ижтимағи дипломатияны үҫтереү һәм ватандаштарҙы яҡлау” йүнәлеше буйынса булған.
Биш миллион һум күләмендәге иң ҙур грантты Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фонды “ЛХР һәм ДХР халҡына ярҙам” проекты өсөн алған. Мәжбүри күсеп килеүселәҙе кейем-һалым, дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр, улар өсөн ял һәм социаль ярҙам саралары ойоштороу ҡаралған. Өфөләге ике ваҡытлыса йәшәү пунктындағы балаларға тәғәйен бүлмәләр компьютер техникаһы менән йыһазландырылған.
Стәрлетамаҡтағы Мәғарифты яҡлау һәм үҫтереү фонды “Өкө” тип аталған проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4,6 миллион һум алыуға өлгәшкән. Был башланғыс ауыр тормош хәлендә ҡалған, мәжбүри күсеп килгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
БР Йәмәғәт палатаһы аппаратының ресурс үҙәге эксперты Артур Ғилманов белдереүенсә, еңеүгә өлгәшмәгән ойошмаларға проекттарындағы хаталарҙы төҙәтеп, уларҙы урын-еренә еткереп эшләп, киләһе Президент гранттары конкурсына әҙерләнергә кәрәк.
2023 йылға Президент гранттары конкурсына яңы тематик йүнәлеш – өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау өҫтәлә. Ошоға бәйле конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү 31 октябргә тиклем оҙайтыла. Был хаҡта конкурстың Координация комитеты ултырышында ҡарар ителде.