Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 09:05

Дүрт йылдан һуң... ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан

Светланаға онкология дианозы ҡуялар. Йәшәүгә өмөт бөттө тигәндә... 

Дүрт йылдан һуң... ҡотҡарыусыһы менән осрашҡанДүрт йылдан һуң... ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан
Дүрт йылдан һуң... ҡотҡарыусыһы менән осрашҡан

Өфө ҡалаһында йәшәгән Светланаға онкология диагнозы ҡуялар. Ике бала әсәһе һигеҙ тапҡыр химия терапияһы ала, әммә сир сигенергә уйламай. “Артабан йәшәү өсөн берҙән-бер мөмкинлек – һөйәк мейеһе күҙәнәктәрен трансплантациялау”, - ти табиптар. 

Бәхеткә күрә, операция өсөн донор табыла. Һамар ҡалаһынан Алексей Гуньковтың һөйәк мейеһе күҙәнәктәренең тура килеүе асыҡлана. Әйткәндәй, донорҙарҙың Рәсәй базаһында бары тик Алексейҙың ғына һөйәк мейеһе күҙәнәктәре Светланаға яраҡлы була.

Операция уңышлы үтә. Һәм бына дүрт йылдан һуң Алексей менән Светлана тәүге тапҡыр осрашҡан. Был ваҡыт эсендә Алексей ике балаға атай булырға өлгөргән, үҙ эшен асҡан. Ул элеккесә кешеләргә ярҙам итеүен дауам итә.

“Уның арҡаһында мин һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйем”, - ти Светлана.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/pozitiv_news_ufa 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас