Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 09:00

Иң-иңдәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

Бөгөн Күп функциялы үҙәктәр форумының икенсе көнө. 

Иң-иңдәр араһында беҙҙекеләр ҙә барИң-иңдәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар
Иң-иңдәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында VI Бөтә Рәсәй дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр форумы дауам итә. Сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин хат ебәргән. Ул илдә ойошторолған күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеген юғары баһаланы, улар арҡаһында бик күп бюрократик процедуралар кәмене, дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү күпкә уңайлы була башланы тип билдәләне.

Шулай уҡ форумда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников тәбрикләне. Уның белдереүенсә, көн һайын илдең күп фукциялы үҙәктәренә 630 меңдән ашыу килә һәм тиҙ ваҡытта үҙ проблемаларын хәл итә. Шуға күрә 15 йыл элек тәүге ошондай үҙәктәрҙе асыу бик дөрөҫ һәм кәрәкле ҡарар булған.

Республика исеменән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сәләмләне. Ул күп функциялы үҙәктәрҙе кеҫә телефондары менән сағыштырҙы. Бер мәл ундай телефондар бер кемдә лә булманы, аҙаҡ хәллерәк кешеләр ала башланы. Ә бының ни тиклем уңайлы һәм кәрәкле икәнлеген белгәс, бөтәһе лә телефонлы булды һәм унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай башланы. Был үҙәктәр менән дә шул уҡ хәл. 15 йыл элек улар бөтөнләй юҡ ине, аҙаҡ яйлап-яйлап илдең әле теге, әле был мөйөшөндә күренә башланылар. Һәм был дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү төрөнөң ни тиклем уңайлы икәнлеген белгәс, улар бар илдә һәр ҡала һәм район үҙәгендә тиерлек эшләй башланы.

Андрей Назаров күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеген юғары баһаланы, уның хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте.

– Һеҙҙең ҡулдар менән илебеҙҙең һанлы киләсәге булдырыла, бының өсөн рәхмәт. Бындай процестың өлөшө булыу – ҙур бәхет. Беҙҙең маҡсат ябай – Башҡортостанды кешеләргә йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итеү, ә күп функциялы үҙәктәрһеҙ быны эшләү мөмкин түгел, – тине ул.

Унан тыш, сарала статс-секретарь – Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев ҡатнашты. Ул Башҡортостан етәкселегенә ошондай ҙур сараны юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт әйтте. Илебеҙҙә күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында сығыш яһаны.

Форум сиктәрендә 2021 йыл өсөн “Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү булды. Башҡортостан “Иң яҡшы төбәк КФҮ-һе” номинацияһында наградаға лайыҡ булды. Шулай уҡ Мәскәү, Якутия, Ленинград, Ростов өлкәләре күп функциялы үҙәктәре лә наградалар алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас