

Ошо көндәрҙә 112 телефоны буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә аҙашыусылар хаҡында шылтыратыуҙар килә. Баҡтиһәң, ике әхирәт машинала бәшмәккә юлланған. Әммә бәшмәккә әүрәп, бер-береһенән айырылғандар, һөҙөмтәлә ҡатындарҙың береһе аҙашҡан, тип хәбәр итә «Башинформ».
Шулай уҡ Бишбүләк районында ла аҙашыусы булған: 1975 йылғы ир Ҡош-Йылға ауылынан күрше Михайловкаға тип йәйәүләп сыҡҡан һәм ни эшләптер юлдан яҙлыҡҡан.
«Ике осраҡта ла хәл яҡшы тамамланды», - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров. Шулай уҡ ҡырға сыҡҡанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү бәлә-ҡазанан йолоп ҡаласағын иҫтән сығармау мөһим икәнлеген белдерә.
Тәбиғәткә сыҡҡанда ҡайҙа барғанығыҙҙы һәм ҡасан ҡайтырығыҙҙы яҡындарығыҙға әйтеп китегеҙ; таныш булмаған ергә бармаҫҡа тырышығыҙ; үҙегеҙ менән тулы зарядлы телефон, компас, шырпы, бысаҡ алығыҙ. Әгәр ҙә төнәү менән барһағыҙ, аҙыҡ, кәрәкле дарыуҙар алырға кәрәк. Оло кешеләр маршрутты мөмкинлегенә ҡарап һайлаһын ине. Уйламаған хәлдәр килеп тыуһа, ҡарттарға бигерәк тә ауырға тура килә, тип иҫкәртәләр ведомствола.
Һаҡланғандың һағы ятыр, имен-һау булығыҙ, дуҫтар!
Фото pixabay.com