

Олатай һәм өләсәйҙәрҙең күпселеге ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәндәрен бирерҙәй булып, уларҙы әпәүләп, көйһөҙҙәре менән дә уртаҡ тел табып, ярҙамлашып йәшәй. Бындай һөйөү, ихласлыҡ һәм иғтибар сабый күҙлегенән дә ситтә ҡалмай, уларҙың саф күңеле яҡшылыҡты, изгелекте тиҙ тоя.
Борай Балалар ижад йортоноң “Йәш хәбәрселәр” берләшмәһе ағзаһы Ирина Ғаязова үҙенең яратҡан, хөрмәт иткән олатаһы Фәһим Килмәтов тураһында йылы һүрәтләмәһен ебәргән.
“Минең берҙән-бер олатайым Фәһим Нурулла улы тәбиғәттең мул миҙгелендә, көҙгө уңышты барлар мәлдә донъяға килгән. Ете тиҫтә ғүмер йылы эсендә ниҙәр генә кисермәгән, ниндәй генә ауырлыҡтарҙы еңмәгән ул! Ошо моңһоу, байлыҡ-муллыҡ миҙгелендә олатайым үҙенең етмешенсе көҙөн ҡаршылай. Үҙе лә ошо миҙгелгә хас бай күңелле, ҙур йөрәкле кеше.
Оло ғаиләлә биш ҡыҙ араһында төпсөк бала булып үҫә. Яҡшы уҡый. Борайҙағы 2-се урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта. Фәһим Нурулла улы ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлығы менән хеҙмәттәштәренең абруйын яулаған.
Олатайым хәҙер хаҡлы ялда инде. Лилиә өләсәйем менән хужалыҡтарында эшләйҙәр, баҡса үҫтерәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ҡул ҡаушырып ултырғандарын күргән юҡ. Ошо олпат йәштә күтәренке күңел, дәрт менән мауығып донъя көткән ҡәҙерле кешеләремә һоҡланам. Йәйге каникулда Өфөнән ҡайтҡан апайҙарым менән бергә уларҙа ҡунаҡта булабыҙ. Беҙ килеүгә велосипедтарҙы көйләп, рәтләп ҡуя. Хатта бәүелсәктәр ҙә әҙер! Кис иһә мунса инеп сыҡҡандан һуң сәй эсергә ултырғас, олатайыбыҙ тормош хәтирәләрен уртаҡлашырға ярата, кәңәштәр бирә. Ауыр ваҡыттарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, үҙеңә генә ышанырға, кәрәк саҡта талапсан, ярҙамсыл булырға өйрәтә. Ағайҙарым һәм апайҙарым менән уға ҡарап, ауырлыҡтарҙы ҡурҡмай еңергә ынтылабыҙ.
Олатайым – ҙур ғаиләбеҙҙең үҙәге, ныҡлы терәге. Ял көндәрендә уның янына ашҡынабыҙ, ҡосаҡлап алып, аҙна буйы йыйылған яңылыҡтарҙы һөйләйбеҙ, күңелен күтәрергә, шатландырырға тырышабыҙ. Тормошто нисек бар, шулай яратырға өйрәткән олатайыбыҙға рәхмәтебеҙ сикһеҙ!”
БЕЛЕШМӘ
Йәш хәбәрсе олатаһының хеҙмәт юлы, ҡайҙа эшләүе тураһында яҙмағанға күрә, беҙ уның һүрәтләмәһен бер аҙ тулыландырырға булдыҡ. Фәһим Килмәтов – заманында райондың бөтә тармаҡтарында тигәндәй ең һыҙғанып эшләгән шәхестәрҙең береһе. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Мәғҙән исемендәге колхозда бухгалтер, 6-сы күсмә механизацияланған колоннала инженер-иҡтисадсы, аҙаҡ партия эшендә, 1998 йылдан Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт юлын үтә.
- Ирина ҒАЯЗОВА
Борай районы