

21 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Уның сиктәрендә быға тиклем хеҙмәт иткән 300 мең самаһы ир-ат саҡырыла. Был мәсьәлә йәмғиәттә күп һорауҙар тыуҙырҙы. Беҙҙең республика етәкселеге, Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре ваҡытында һәр һорауға яуап биреп барҙы. Аҙна башында иһә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа өлөшләтә мобилизацияға ҡағылған брифинг булды. Кешеләрҙең социаль селтәрҙәргә килгән һорауҙарына Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, был мәсьәләгә ҡағылышы булған министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре яуап бирҙе. Иғтибарығыҙға быға тиклем гәзит биттәрендә донъя күрмәгән һорауҙарға яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Өлөшләтә мобилизацияланырға тейешле граждандарға повесткаларҙы хәрби комиссариат вәкилдәре генә килтермәй. Йыйылыу пункттарының ресурс хәле етмәү сәбәпле, өйҙәр һәм фатирҙар буйынса белдереү ҡағыҙҙарын таратыуға торлаҡ-фатир идаралыҡтары, йорт идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, почтальондар йәлеп ителгән. Әммә документты призывниктың ҡулына шәхсән тапшырырға кәрәк, тине брифинг барышында республиканың хәрби комиссары. Әгәр граждан Рәсәйҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан баш тарта икән, ул закон буйынса эҙәрлекләнә. “Енәйәт кодексында саҡырыу буйынса килмәгәне өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тотҡан статья бар. Бындай тәжрибә яңыраҡ ҡына ҡулланыла башланы, сөнки беҙҙә мобилизация һуңғы тапҡыр 1945 йылда тамамланды. Әле был хәл менән беренсе тапҡыр осраштыҡ. Беҙ ҙә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә системаны яйға һаласаҡбыҙ. Граждандар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш”, – тине Михаил Блажевич.
Шулай уҡ ул өс айҙан ашыу ваҡытҡа эшкә йәки уҡыуға киткән ир-егеттәрҙең йәшәгән урыны буйынса хәрби иҫәпкә торорға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, мобилизациянан һуң өс ай үткәс, сроклы хеҙмәттән контракт хеҙмәтенә күсә ала. Шул уҡ ваҡытта ир-егет кенә реквизиттар тапшырып, түләүҙәрҙе Оборона министрлығы аша ниндәй иҫәпкә ебәреүҙәре тураһында ғариза яҙа ала. Яҡын туғандары бындай мәсьәләләрҙе хәл итә алмай.
Бынан тыш, Дәүләт Думаһында мобилизацияланғандарҙың барыһына ла бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һум тураһында закон ҡарала. “Закон ҡабул ителгәндән һуң был хаҡта анығыраҡ әйтергә мөмкин буласаҡ. Әлегә проект ҡарала, әммә ул алдағы көндәрҙә ҡабул ителер тип уйлайым”, – тине Михаил Блажевич.
Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, мобилизацияланған кешенең ғаиләһе матди ауырлыҡтар менән осрашһа, социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Был ведомствоның вәкәләттәренә инә. Һәр муниципалитетта ғаилә хеҙмәте бар. Белгестәр йәшәгән урынға барып, хәлдең ауырлығын баһалай һәм, тейешле ойошмаларҙы йәлеп итеп, ярҙам күрһәтә, – тине ул.
Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев бронь тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Ул белдереүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы структураһына ингән 14 предприятие һәм мобилизация эштәрен башҡарған 30 предприятие эшләй.
Оборона предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм мобилизация заказын башҡарыусылар өсөн бронь булыуы тураһында белешмә уларҙың кадрҙар бүлектәрендә бар. Һәр хеҙмәткәр унда мөрәжәғәт итеп, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте аныҡлай ала.
Шулай уҡ брифинг ваҡытында Башҡортостандан мобилизацияға саҡырылғандарҙы ниндәй уҡыу үҙәктәренә ебәреүҙәре билдәле булды. Резервистар Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольск ҡалаларындағы уҡыу частарында әҙерлек үтә.
Михаил Блажевич белдереүенсә, мобилизацияланғандар араһында доброволецтар күп, уларҙың күбеһенең хәрби тәжрибәһе бар.
– Бындай егеттәр йыш ҡына хәрби комиссариатҡа үҙ әйберҙәре, кейемдәре менән килә, беҙ быға ҡаршы түгел. Әммә нимәлер һатып алырға кәрәк тип әйткәнебеҙ юҡ, – тине ул.
Гүзәл заттар мобилизацияланырға тейеш түгел, ләкин кәрәкле хәрби-иҫәп белгеслеге булған осраҡта контракт буйынса хеҙмәт итергә мөмкин. Контракт төҙөгән ҡатын-ҡыҙҙың төп өлөшө – медицина хеҙмәткәрҙәре.
Мобилизацияланған граждандарҙы түләүҙәр мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Михаил Блажевич хәбәр итеүенсә, улар контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр кеүек үк түләү һәм ташламалар аласаҡ.
– Ил Президентының өлөшләтә мобилизациялауҙы иғлан итеү тураһындағы указында бер нисә пункт бар. Унда мобилизациялау буйынса саҡырылған граждандар контракт буйынса барлыҡ тейешле льготалар, страховка түләүҙәре һәм аҡсалата тәьминәт алған хәрбиҙәргә тиңләштерелә. Был түләүҙәр исемлеге бик ҙур: махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ингәнгә тиклем аҡсалата тәьминәт. Аҙаҡ зонаға килгәндән һуң аҡсалата тәьминәт ярайһы уҡ арта. Әүҙем хәрби хәрәкәт алып барғанда айына 200-300 мең һум алырға мөмкин, – тип хәбәр итте хәрби комиссар.
Быйыл яҙ сроклы хеҙмәттән демобилизацияланған граждандың өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә яңынан саҡырылыуы ихтимал. Барыһы ла уның һөнәренән тора.
– Уларҙы саҡырмау өсөн законлы нигеҙ юҡ. Әммә шуны асыҡ әйтә алам: саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән егеттәргә һәм хәҙер көҙгө саҡырыуҙан ҡайтҡандарға һаҡсыл ҡараясаҡбыҙ. Әлбиттә, беҙ уларҙы иҫәпкә ҡуйғанда шунда уҡ повестка бирмәйәсәкбеҙ. Ләкин, һөнәрҙәренә ҡарап, әгәр ул һирәк белгес булһа, яҙғыһын ҡайтҡандарҙы саҡырырға мөмкин булыр, моғайын. Барыһы ла призывниктың кәрәклегенән һәм һөнәренән тора, – тип аңлатты Михаил Блажевич.
Шулай уҡ күптәрҙе табиптарға бәйле һорау борсой. Башҡортостан табиптарын өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырыуҙары ихтимал, уларҙың һөнәрҙәре тәү сираттағы хәрби-иҫәп белгеслектәре исемлегенә инә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала табиптар өсөн хәрби-ялан хирургияһы буйынса уҡытыу саралары әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта дүрт фельдшер махсус операцияла ҡатнашыусы Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙы оҙатып бара.
Әгәр кеше запасҡа сыҡҡанда һау-сәләмәт булған, ә хәҙер һаулығына зарлана икән, нимә эшләргә? Был процедура ҡануниәттә ҡаралған. Әгәр саҡырыу килгән, ә граждан ауырый икән, мәсьәләне медицина комиссияһы хәл итә, ул һаулыҡ торошо буйынса мәғлүмәттәрҙе асыҡлай. Бынан тыш, социаль статус та үҙгәреүе ихтимал: кеше күп балалы атай, опекун була ала. Хәрби комиссариатҡа килгәс, сәләмәтлегеңдең, ғаилә статусының үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә кәрәк. Һаулыҡ торошо буйынса тикшереүҙән һуң яраҡлылыҡ категорияһы үҙгәрә.
Командировкалағыларға йәки командировкаға барыусыларға нимә эшләргә? Әгәр кеше командировкала икән, повестканы граждандың үҙенә кире ҡайтҡас килтерергә тейештәр. Бер кем дә отпускыны йәки командировканы ашығыс рәүештә туҡтатырға мәжбүр итмәй. Әгәр граждандың тиҙ арала командировкаһы планлаштырылып, уға повестка килтерһәләр, кисектереү юҡ. Хәрби комиссариатҡа барырға кәрәк.
БЛИЦ-ҺОРАУҘАР
Үҙең менән кейем һәм аяҡ кейеме алырға яраймы?
М.А. Блажевич: Әлбиттә, ярай. Нимә кәрәк, шуны алырға мөмкин.
Мобилизацияланған кешеләр ниндәй обмундированиела хеҙмәт итер?
М.А. Блажевич: Нимә бирәләр, шуны кейеп. Ләкин алмаш кейем ҡамасауламай. Уны йыуырға, ә урынына ваҡытлыса алмаш кәрәк буласаҡ. Ниндәйҙер экстремаль шарттарҙа кейемдең һыуланыуы, йыртылыуы мөмкин, шуға күрә алмаштырырға мөмкин, бер кем дә тыймай.
Беҙҙең егеттәрҙе күпме ваҡыт уҡытасаҡтар?
М.А. Блажевич: Бер айға яҡын.
Әҙерлек нисек алып барыласаҡ?
М.А. Блажевич: Тоцк полигонында Шайморатов менән Доставалов исемендәге хәрби батальондарҙы әҙерләгәндә хәрби училищелар, курсанттар уҡытыусылары, махсус тәғәйенләнештәге профессионалдар йәлеп ителде, улар занятиелар үткәреү өсөн был үҙәктәргә ебәрелде. Хәҙер ошо хәрби училищеларҙа ла шул уҡ хәл ҡаралған. Шуға күрә барыһы ла ысынбарлыҡ шарттарына яҡын буласаҡ. Махсус операция тәжрибәһе ҙур, был тәжрибәгә эйә булған кешеләр байтаҡ.
Ғаиләлә йөклө ҡатын, нимә эшләргә? Тормош иптәшен саҡырырҙармы?
М.А. Блажевич: Саҡыралар.
Балалар буйынса ниндәй сикләүҙәр?
М.А. Блажевич: Әгәр 16 йәшкә тиклемге дүрттән ашыу бала булһа, 31-се федераль закон менән көйләнә. Шулай уҡ закон өс бала тәрбиәләгәндәргә лә ҡағыла, ләкин ҡатыны дүртенсегә ауырлы, срогы 22 аҙнанан ашыу булырға тейеш.
Ғаиләлә инвалид бар, ти. Әйтәйек, инвалид ата-әсәне ҡарарға кәрәк?
М.А. Блажевич: Шарттарҙың береһе: ул ғаиләлә ауырыуҙы тәрбиәләй алған берҙән-бер кеше булырға тейеш. Әгәр граждандың ағаһы йәки апаһы бар икән, бурыс уларға йөкмәтелә. Әгәр ул инвалидты ҡарарлыҡ берҙән-бер кеше икән, мобилизацияға эләкмәй.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА