Йәмғиәт
30 Сентября 2022, 09:48

“Йәштәр менән үҙем дә йәшәрәм төҫлө”

Маҡсат – оло бәхет асҡысы ул.

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы ятағының тәрбиәсеһе Зөлфиә Абдуллинаны студенттар икенсе әсәй кеүек яҡын күрә. Үҙ ҡарамағындағы 167 үҫмерҙең һәр береһен исемләп белә, бер ҡарауҙан хәл-торошон, кәйефен һиҙемләп, кемеһендер йылы һүҙ менән йыуата, икенселәрен талапсанлыҡ менән тәртипкә өйрәтә. Нисек кенә булмаһын, уларҙың һәр береһен яратып, уҡыуҙа яҡшы өлгәшһендәр, атай-әсәй йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәһендәр, тормошта үҙ урынын тапһындар өсөн тырыша.

Һәр кемгә ихлас мөнәсәбәтле, йылы һүҙле, яғымлы йөҙлө Зөлфиә апайҙы тормош ярайһы уҡ ныҡ һынаған. Дәүләкән районының Сапай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татый. Үҫмерлек осорона ла етмәй әсәй наҙынан мәхрүм ҡала: ҡәҙерле кешеһе, оҙаҡ ауырып, йәшләй генә донъя ҡуя. Үгәй әсәй ҡулында буй еткергән ҡыҙ мәктәптән һуң Бүздәк районының Кәпәй Ҡобау ауылы белем усағында пионервожатый булып эш башлай. Артабан Салауат педагогия училищеһына уҡырға юллана. Бер кемдең ярҙамына ла өмөт итмәй, үҙ көсөнә таянып уҡып, һөнәрле була. Йәш белгесте Мәләүез районының Һарыш урта мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Ошонда буласаҡ тормош юлдашын осратып, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә.

Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы үҙе һайлаған уҡытыусы һөнәрен һәр ваҡыт яратып, ҙур ихласлыҡ һәм фиҙакәрлек менән башҡара. 32 йыл Һарыш ауылы балаларын аң-белем иленә әйҙәп, башланғыс класс уҡыусыларына төплө белем һәм матур тәрбиә бирә ул.

– Мәләүездә эшләгән йылдарҙы, коллегаларҙы һағынып иҫкә алам. Йыл һайын райондың башланғыс класс уҡытыусылары менән уҡыу йылын йомғаҡлап, һабантуй рәүешендә ҙур сара ойоштора торғайныҡ. Тәүҙә асыҡ дәрестәр ҡарап, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, унан инде күңелле уйындар, әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Бер-беребеҙҙе дәртләндереп, берҙәм, татыу эшләнек, – ти мәғариф ветераны.

Уны уҡыусылары бөгөн дә онотмай, байрамдарҙа шылтыратып ҡотлай, хәл-белешеп тора. Тәжрибәле уҡытыусының лайыҡлы хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем, Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.

2006 йылда яҙмыш елдәре Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙын Ишембай ҡалаһы менән бәйләй. Бында 21-се һөнәрселек училищеһында, “Инсайт” үҙәгендә эшләй. Ошо осорҙа уҡыусыһы Настя Иванова башҡорт теленән республика олимпиадаһында еңеүсе була, ә Әлфиә Фәтихова республика иншалар конкурсында беренсе урынды яулай.

Тырышлығы менән юл ярып, бәхетен үҙе булдыра торған заттан булған ханым тормошоноң ауыр мәлен намыҫлы хеҙмәт менән үткәреп ебәрә, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәй. 2014 йылда, балалары тормошта үҙ урынын табып, нығынып бөткәс, Өфө ҡалаһына йәшәргә күсә. Бер минут та эшһеҙ ултыра белмәгән, кешеләр менән аралашырға, файҙалы булырға яратҡан Зөлфиә апай Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының ятағына тәрбиәсе булып килә. Ишембайҙа ла, артабан баш ҡалаға күскәс тә үҙ тырышлығы менән фатирлы була.

– Колледждың ятағын икенсе өйөм, студенттарҙы балаларым кеүек күрәм. Кәрәкһә, тәүлек әйләнәһенә яндарында булам. Бала ғына килеш атай-әсәй янынан китеп, үҙаллы тормош башлаған егеттәргә һәм ҡыҙҙарға ололар хәстәрлеге ныҡ кәрәк, – ти тәрбиәсе. – Ҡайһы бер балалар ябай ғына нәмәләрҙе, мәҫәлән, урын-түшәкте йыйыштырыу, бүлмәне таҙа тотоу кеүек эштәрҙе лә башҡара белмәй килә. Стәрлетамаҡтан бер ҡыҙҙы иртәнсәк торғас, карауатын йыйыштырырға, иҙән йыуырға өйрәттем. Күпмелер ваҡыт үткәс, килеп рәхмәт әйтте. “Өйгә ҡайтҡас, иҙән йыуғайным, әсәйем аптыраны”, – тип һөйләне. Студенттарыма дуҫ та, серҙәш тә, кәңәшсе лә булырға тырышам. Ғөмүмән, улар менән эшләү оҡшай, йәштәр ыңғайына үҙем дә йәшәрәм төҫлө. Коллектив та бына тигән!

Ғүмеренең алтын көҙөн күңел тыныслығы менән ҡаршылай Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы. Балалары лайыҡлы йәшәй, үҙ һөнәре буйынса эшләй, матур ғаиләләр ҡорған. Зилә – уҡытыусы, Лилиә – юрист, Айҙар – инженер. Зөлфиә ханымды ҡыуандырып, биш ейән-ейәнсәре үҫеп килә. Эштән буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн Өфө янында баҡса биләмәһе һатып алған. “Ғүмер буйы ауыл ерендә йәшәгәс, был шөғөл шул тиклем оҡшай. Ял көндәрендә балаларым килә, бергәләп эшләп, Дим буйында ял итеп кинәнәбеҙ”, – ти һөйөклө әсәй һәм өләсәй.

Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы элек-электән нәфис әҙәбиәтте, шиғриәтте ярата. “Уҡытыусы булып эшләгәнемдә балалар тыңламаһа, яттан шиғыр уҡый башлай торғайным. Шунда уҡ шымалар, иғтибарын миңә йүнәлтәләр”, – тип мөғәллимлек алымдарын уртаҡлашты ул. Тормош девизын да шиғри юлдар менән әйтеп бирҙе:

Йәшәгәс, һин йәшә маҡсат менән,

Маҡсат – оло бәхет асҡысы!

Киләсәктә лә уй-ниәттәрегеҙгә өлгәшеп, күңел тыныслығында, бөгөнгө түңәрәк бәхетегеҙҙең ҡәҙерен белеп, һаулыҡ-сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын, Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы!

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас