Йәмғиәт
30 Сентябрь 2022, 11:37

Йомағужа тирәктәре (Дауамы)

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Миңә ул саҡта туғыҙ йәш кенә ине. Ләкин, кисә генә булған кеүек, барыһы ла ап-асыҡ күҙ алдымда.

Беҙ, бер тиҫтер малайҙар, Таштур башында ат булышып уйнап, сабышып йөрөй инек. Ел-ямғырҙан ашалып, емерелеп-һибелеп бөткән таштар араһында Йомағужа олатай йөрөй. Һәр береһен сүкеше менән һуҡҡылап, ошо таштар шикелле шырауланып бөткән, тимер сыбыҡ һымаҡ ҡалҡып торған күкшел тамырлы ҡулдары менән һыйпағылап ҡарай, ҡайһыларын ҡарышлап үлсәп тә ҡуя. Хыялый малайҙарға етә ҡалды: “Әллә алтын эҙләйме икән?.. Әллә йәшен ташы ҡараймы икән?..” – тип бәхәсләшә-бәхәслә­шә, уйыныбыҙҙы онотоп, ауыҙ асып уны күҙәтергә тотондоҡ.

– Бына быныһы, балалар, ярар­лыҡ. Тап мин эҙләгәне, – тип маң­ла­йындағы тирен оҙон еңе менән һөрттө лә, беҙгә ҡарап, тешһеҙ ауыҙын өңрәйтеп, хәтәр генә йылмайып ҡуйҙы.

Йылы һүҙ сыҡҡас, беҙ уны уратып алдыҡ, һорауҙар яуҙыра башланыҡ:

– Уны, олатай, нишләтәһең? Нигеҙ һалаһыңмы әллә?..

– Баш осома ҡуям, уландар, баш осома.

– Һе-һе-һе... Таш яҫтанаһыңмы? – Юрамал уйнаталыр тип, беҙ көлөшкән булдыҡ. – Яҫтыҡ йомша­ғыраҡ була ла инде, олатай!

– Йомшаҡлығын-йомшаҡ инде ул, һүҙегеҙ хаҡ, ләкин унда яҫтыҡ-юрған апармайҙар бит әле, балалар...

Уның кинәйәһен беҙ, һыу мейеләр, һаман төшөнмәнек. Шуға булһа кәрәк, был юлы бөтөнләй етди тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:

– Теге донъяға китергә йыйынам, уландар, теге донъяға!

“Теге донъя”ны өләсәйҙәрҙән ишеткән бар ине. Шулай ҙа һин дә мин үҙе теләп үлемгә әҙерләнеп йөрөү... Тән зымбырлап китә, бәлә­кәй башыбыҙға һыймай. Йүгереп ҡайтып, ғәжәпләнеп, әсәйҙәргә һөйләйбеҙ:

– Йомағужа ҡарт үлергә йөрөй!

– Нимә бушты ҡаңҡылдайһың? Ыстағафирулла-тәүбә, тиген!

– Ып-ысын! Ант-мант, билләһи-валлаһи, бер табаҡ ҡан эсәм, ике табаҡ тоҙ ашайым...

Әммә, бушты күп һөйләп яман өйрәткәнбеҙме, әсәйҙәр беҙгә ышанмай.

...Үлмәҫ борон үҙенә таш әҙер­ләү беҙгә ғәжәп тә, мәрәкә лә тойолдо. Шуға күрәлер, уйыныбыҙҙы ҡуйып, уға эйәреп барҙыҡ, бер нисә көн буйы ҡасау менән матурлап соҡоғанын шым ғына ситтән күҙәтеп ултырҙыҡ.

Беренсе-икенсе кластарҙы тамамлап, үҙебеҙҙе сы­быр­ҙар араһында иң белемле һанап йөрөһәк тә, уның нимә яҙғаны беҙҙең өсөн сер булып ҡалды, сөнки ул Ҡөрьәнсә яҙа ине. Был хәл һуғыш тоҡаныр йылдың йәй башында булды.

Ул ғәрәсәтле йылдар беҙҙең ғаиләне лә әллә ҡайҙа туҙҙырып алып китте. Үткәндәр барыһы ла онотолдо һымаҡ.

Ә барыбер йөрәккә уйылған эҙҙәр юҡ-юҡта әрнеп китә икән. Ир ҡорона тулғас, ғәмһеҙ балалыҡ йылдары үткән яҡ тартты бит. Түҙмәнем, әлеге ауылға, йәғни Яҡупҡа йәнә килеп сыҡтым.

Ҡайһылай үҙгәрткән уны мәрхә­мәтһеҙ йылдар! Таныш та һымаҡ, ят та шикелле ул. Ә шулай ҙа бо­рон­ғо яҡын дуҫтың өйҙәрен берәү­ҙән дә һорашмай тоҫмаллап таптым. Терпе сәсле, ҡыпыс күҙле, сан­дыр кәүҙәле малай ялан аяҡ йүгереп килеп сығыр төҫлө ине. Ә ҡаршымда бағаналай оҙон, әммә ҡупшы буй-һынлы дәү ир баҫып тора.

– Зиннәт, был һинме, әллә... – тим, икеләнеп.

– Эйе, мин. Ә үҙегеҙ кем булаһығыҙ?

Бер-беребеҙҙе танымаҫлыҡ булып олоғайҙыҡмы икән ни?

Сырамытҡас, башҡорттарға хас булмаһа ла, ҡыҫып ҡосаҡлап, арҡанан тапаны:

– Вәт әй, вәт әй! Тағы осрашыр көн бар икән...

Ҡатыны балалары менән әллә ҡасан уҡ әүен баҙарына китте. Беҙ икәү ултырабыҙ ҙа ултырабыҙ.

– Йомағужа исемле ҡарт була торғайны беҙ бала саҡта, һин шуны иҫләйһеңме? – тип һорай ҡуйҙым мин һүҙ араһында.

– Иҫләйһеңме, тиһеңме? Нимә һин уны мәрхүм кеше һымаҡ һорайһың? Ул һаман тересе.

– Тере?! Китсе әле! Һуң бит ул бынан егерме-утыҙ йыл элек үлергә йыйынып йөрөй ине лә... Иртәгә барып сығайыҡ, улайһа.

– Миңә таң менән эшкә...

...Хәтһеҙ күп йылдарҙың ел-дауылын кисереп, хужаның үҙе шикелле үк ҡартайған һәм туҙған өй. Уның мөйөшөндә әлеге таш һөйәлеп тора. Теге ваҡыттағы һымаҡ үҙемде иң белемле кешегә һанамаһам да, хәҙер мин университет тамамлаған мөғәллим, ғәрәпсәне хәрефләп булһа ла уҡый алам: “Йомағужа Хәйрулла уғлы вафат 19... йылда... йәшендә”.

Йәйҙең аҡ май шикелле йомшаҡ сыуағына ҡыҙынып, тупһала олатай үҙе ултыра. Мин, тәҡәтһеҙ йылмайып, әллә ҡайҙан ҡулдарымды һуҙып, уға табан киләм, ләкин бабай бер терелек ишараты ла күрһәтмәй, таш һын һымаҡ, шаҡ ҡатып ултыра бирҙе. Йәшермәйем, шөрләп тә ҡуйҙым.

– Әссәлә-мәғәләй-күм, олатай, – тим тотлоға-тотлоға.

Яуап та, тәьҫир ҙә юҡ. Мине кү­реп­ме, тауышымды ишетепме икән, арыу уҡ еңел баҫып өйҙән бер әбей килеп сыҡты. Олатайҙың ҡарсығылыр.

– Һаумы, инәй. Олатай әллә ойоп киткән инде, бер ҙә яуап ҡайтармайсы...

– Һөрәнләңкерәп һөйлә, балам, ҡолаҡҡа ҡатыланып ҡалды ул... Һуҡырайып та ҡуйҙы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй бит...

– Ә?!

– ...Ә-ә-ә, улым, ул ташты әйтә­һеңме?! Теүәл 70 йәш тулғайны миңә шул йылда. Шөйлә бәҫһеҙ булмаһам да, ҡәҙерле саҡта тыныс ҡына донъя ҡуйырға йыйынып бөткәйнем инде. Был донъяла ҡалғандарға минән һуңғы иҫтәлек булыр, тип ағас та ултырттым. Ана (ул кәртә аръяғына табан эйәк ҡағып күрһәтте. Тик мин уның иша­раһы ҡайһыһына төбәлгәнен дә айыра алманым, сөнки унда тирәк­тәр – эреһе лә, вағы ла – һанһыҙ күп ине). Әммә изге ниәтемә өлгә­шергә яҙманы. Нимес-шаҡ­шылар илгә яу астылар ҙа бланды боҙ­ҙолар. Үҙең беләһең, эшкә ашҡан көллө ир-ат китеп бөттө. Беҙ ҙә инәйең менән һуңғы улы­быҙҙы оҙаттыҡ. Ҡайтманы, Варшау­ҙа ятып ҡалды. Боронғо сәсәндәр әйтмәксе, “ирҙәрҙе ер итеп, ерҙәрҙе хур итеп, бисәләрҙе тол итеп, ба­лаларҙы ҡол итеп” илеңә яу килгән саҡта нисек үлеп ятмаҡ кәрәк. Ҡалайтаһың, бер килке бисә-сәсә белән күмхужды тотоп торҙоҡ инде.

– Күм-хуж! Ысын, ул саҡта ололар колхозды шулай ти торғай­нылар бит әле: “күмәк хужалыҡ”... Иҫләйем, олатай, иҫләйем. Мин, бала булһам да, барыһын да күрҙем... Олатай, тимәк, һин хәҙер йөҙгә етеп бараһың, эйеме? Күңе­леңә ауыр алма инде, туйҙыр­манымы һуң?

– Нимә туйҙырманымы?

– Оҙаҡ йәшәп туйып китмә­неңме, тим! – Ҡысҡырып өндәштем.

– Ә-ә-ә... – Кеткелдәп көлөп ҡуй­ҙы. – Мең йәшәгән Лоҡман­хә­ким­дән, теге донъяға барғас, фәреш­тәләр һораған икән: “Йә, Хәким, ун ғасыр ғүмер һөрөп, яҡты донъянан туйҙыңмы инде?” “Бер самауыр сәй эскән миҡдары ла булманы!” – тип яуап биргән, ти, теге.

– Улай булғас, олатай, бер сынаяҡ сәй эсеп тә өлгөрә алманым, тиерһең инде һин, ә?

Йәнә кеткелдәп ҡуйҙы.

– Әй, улым, кемгә яуап бирәһең унда! Барыһы ла буш һүҙ бит ул. Бер ҡолас соҡор эсендә ниндәй донъя булһын, ти. Тик бер нәмәгә үке­нәм: намаҙ тигән булып туң­ҡаң­лап, ҡалай ғүмерҙе әпәрәкәнгә исраф иткәнмен. Берәү ауырыһа, муллаға хәйер. Унан үлеп тә, иҫән саҡта ла ҡотолоп булмай бит әле: тере йән башынан – фытыр, мәйет сыҡһа, аҙаплы буҡҡорһаҡ муллаңа – фидиә. Мәрхүмдең гонаһтарын алып ҡала була. Улай булғас, мулланан да күп гонаһлы әҙәм балаһы булмай сыға түгелме? Әгәр теге донъя ысынлап бар икән, уныса гонаһты үҙенә йыйып, уның башына тай типкәнме ни?! Һиҙә ул, кафыр. Эләккәнен ҡармай ҙа фани донъяла теттерә бирә. Ә йыйын боронғо уҡымаған наҙан, бер са­ҙаҡа тип, бер ғөшөр тип, йә фидиә, йә фытыр тип, көллө тапҡанын шул ҡомағайға биреп бөтөр ҙә үҙе ҡаҡ ярлыға таяныр ине. Муллалар, улым, хатта хәрәм ризыҡтан да сир­ҡанмай, тура килгәндә, аҫтыр­тын ғына ейә бирә.

Булған инде бер һуҡыр дә­үер: күҙле көйө күрмә­гәнбеҙ. Боронораҡ, мин егет саҡта, ошо беҙҙең ауылда Ирғәле тигән ғәрип була торғайны. Шыпа үҫмәне, бахыр. Бала шикелле генә ҡалды...

– Лилипут инде!

– Түгел. Кәрлә! Иргәйел!.. Әммә унан да ҡәҙерлерәк кеше булма­ғандыр ауылда. Уны өйҙән-өйгә күтәреп кенә йөрөтә торғайныҡ, сөнки ул Ҡөрьән сыға, аят, ясин уҡый белә торғайны. Шул уҡ дәүерҙә әзмәүерҙәй бер ир, балаларын туйҙыра алмай, ярлылыҡтан аҡылдан шашты. Уны кешеләр “бирле Сабит” тип үсекләр ине. Баҡһаң, һуңынан белдем, уның төп сәбәбе, исмаһам, бер сүрә лә белмәүҙә булған икән! Йәғни ул баяғы Ирғәле һымаҡ кешеләрҙе алдай алмаған булып сыға. Таштур башынан ташланып ҡорбан булды. Ҡара, – ул Таштурға табан ымланы, – ҡалай бейек ҡая, утыҙ-ҡырҡ сажиндай булыр. Атылған йондоҙ төҫлө, шунан Һаҡмарға хәтлем ҡыйылып осто ул Сабитулла һуңғы юлын. Бөркөт үлеме!

– Ә Ирғәле тигәнең ни эшләне, теге иргәйел?

- Мөслим ӘБСӘЛӘМОВ

Читайте нас