Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 14:00

"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”

Ә һеҙҙең райондарҙа көҙгө йәрминкәләр нисек үтә?

"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”

Ололар көнө алдынан Әлшәй районының үҙәге Раевка ауылында көҙгө йәрминкә үтте.

Бында йәшелсә, емеш-еләк, өй шарттарында бешерелгән тәм-том, бал, ауыл хужалығы продукцияһын арзан хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге булды. Һәр сауҙа нөктәһе зауыҡ менән биҙәлгән ине. Айырыуса мәғариф учреждениелары үҙ нөктәләрен биҙәүгә бик ижади ҡараған.

Йәрминкә барышында сәхнәлә урындағы таланттарҙың концерты барҙы. Халыҡ үҙенә кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алыу, тәмлекәстәр менән йылы сәй эсеү, бер ыңғайҙан концерт ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.

“Йыл һайын үткәрелеп килгән йәрминкәләрҙең матур уҙыуына, сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлектең, быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Фотолар: Әлшәй районы хакимиәте. 

"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
"Быйылғы уңыштың мул булыуына ҡыуанам”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас