Йәмғиәт
2 Октябрь 2022, 16:00

“Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?..”

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов ҡыҙы менән икеһе араһында булған һөйләшеү хаҡында яҙҙы. 

“Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?..”“Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?..”
“Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?..”

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. Унда шулай тиелә:

“Ике аҙна самаһы элек өлкән ҡыҙым менән бик ҡатмарлы һәм хис-тойғоло һөйләшеү булды. Мин уға әҙер түгел инем, әле мәктәпкә лә бармаған бала ундай әңгәмә алып барыр тип уйламаным да.

- Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?

- Әле бер ҡайҙа ла йыйынмайым, кәрәк булһа, әлбиттә, барасаҡмын.

- Ә унда ни өсөн барырға кәрәк?

- Нисек аңлатырға икән? Хәтерләйһеңме, һин балалар баҡсаһында Ватан тураһында шиғыр ятлағайның?

- Эйе, иҫләйем.

- Бына һин бит шул шиғырҙы ятлағанда миңә әйткәйнең: Ватаныбыҙ берәү һәм беҙҙең өсөн ул иң мөһиме, уны яратыу һәм һаҡлау зарур. Шуға ла, кәрәк саҡта ирҙәр йыйыналар һәм уны яҡларға юлланалар.

- Атай, ә барлыҡ-барлыҡ ирҙәр ҙә уны яҡларға китәме?

- Иң шәп ир-аттар ғына.

- Әәә, аңланым, тимәк, һин унда барыр булһаң, тикшерәсәктәр? Һин иң яҡшыһымы, әллә түгелме икәнлекте?

- Эйе, яҡынса шулайҙыр, бәлки. Унда шундай бер үҙенсәлеге бар...

- Улайһа, әйҙә килешәйек, Атай?

- Әйҙә һуң. Нимә тураһында?

- Һин улар өсөн иң насары бул, әммә мин беләм: һин – иң-иң яҡшыһы!

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Асель мине ҡыҫып ҡосаҡланы ла илап ебәрҙе: “Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем!” 

Бөгөн Аселгә алты йәш тула. Минең тәүге балам, атайлыҡ бәхетен татытҡан, ғаиләбеҙҙе бәхеткә күмгән сабый.

Беҙҙең балалар беҙҙән яҡшыраҡ буласаҡ. Уларҙың киләсәге лә яҡшыраҡ булһын.

P.S.: Камил Буҙыҡаев был мәлде карикатураһында бик нескә сағылдырған. Был һүрәт өсөн рәхмәт, Камил!

Икенсе фотола иһә - Асель көн һайын минең өҫтәлемдә ҡалдырған яҙмаларҙың береһе, сөнки эштән гел бик һуң ҡайтам һәм улар мине һирәк күрә. Аселдең яҙмалары йөрәгемде йылыта, уларҙы уҡыу ҙур кинәнес бирә...” - тип яҙған  Азат Шамил улы.

Фотолар А. Бадрановтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас