

Бөрйән районының Аҫҡар ауылында гөрләтеп матур донъя көткән, үҙ өлгөһөндә аҡыллы, уңған балалар тәрбиәләп үҫтергән, үҙҙәре лә ғәзиздәре тарафынан иғтибар һәм ихтирам үҙәгендә йәшәгән, йәштәргә кәңәш-аҡыл бирерлек оло йәштәгеләр байтаҡ.
Моңһоу көҙгө көндә - 30 сентябрҙә улар өсөн "Ғүмерҙәрҙең алтын миҙгеле" исемле сара ойошторҙо мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зөлфирә Айытбаева, Наилә Мырҙабулатова һәм Гүзәл Ғәлиуллина. Ул, әлбиттә, ауылдың иң уңған, әүҙем, ихлас күңелле ағинәйҙәре менән берлектә уҙғарылды.
Был йыйын көн үҙәгендәге мөһим, һәр беребеҙҙең күңелен өйкәгән ваҡиғаға ҡағылмайынса үтә алманы. Ер шарына тыныслыҡ, ил-йортобоҙға именлек теләп, әлеге ваҡытта Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың, өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған нигеҙҙәренә әйләнеп ҡайтыуына бағышлап ҡорбан да салынды, күмәк намаҙ уҡылып, доғалар ҡылынды, Ҡөрьән ашы үткәрелде.
Уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын, ергә именлек килһен, күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын ине, тигән изге теләктә таралышты ауыл халҡы.
Фотолар: Аҫҡар ауылы мәҙәниәт йорто.