Йәмғиәт
3 Октябрь 2022, 10:30

10 октябргә тиклем хәл итергә!

Ә һеҙҙең өйҙә йылы бирҙеләрме? 

10 октябргә тиклем хәл итергә!10 октябргә тиклем хәл итергә!
10 октябргә тиклем хәл итергә!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойоштороған аҙналыҡ кәңәшмәһендә йылытыу миҙгеленә бәйле һорауҙар ҡаралды. Әле республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ла йылытыу миҙгеле башланыуға ҡарамаҫтан, йылы бирелмәгән йорттар һәм социаль объекттар ҡалған. Был турала “Инцидент-менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр һөйләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итеүенсә, системаны тулыһынса көйләү өсөн кәмендә бер аҙна ваҡыт кәрәк.

– Был аҙна йылы булыр тип көтөлә. Ул һеҙгә системаны көйләүҙе тамамларға ваҡыт бирә. 10 октябрҙә бөтә объекттарға ла йылы барып етергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 3 октябргә ҡарата йылы биш мең ойошма һәм предприятиеға (97 процент) һәм 14 мең күп фатирлы йорттарға (89 процент) бирелгән.

Фото: portalzpp02.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас