

Бүтән изге күңелле кешеләр, хәстәрлекле ойошмалар шикелле, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы ағинәйҙәре лә мобилизацияланған ауылдаш егеттәренә кәрәк-яраҡ әҙерләне.
Билдәле эшҡыуар, ауылдың ағинәйҙәр йәмғиәте рәйесе Гүзәл Аҡсуринаның һүҙҙәренә ҡарағанда, улар ебәргән бәләкәс кенә күстәнәстәр урындарға барып етеп, егеттәрҙең күңелен күтәрһен. Ярҙам киләсәктә лә күрһәтеләсәк.
– Әҙме-күпме посылка оҙаттыҡ ауылдаштарыбыҙға, – ти үргендәр. – Балаларыбыҙ иҫән-һау, еңеү менән ҡайтһын! Илдәребеҙҙең – тыныс, күгебеҙҙең аяҙ булыуын теләйбеҙ. Һеҙ – ысын ил һаҡсылары!
Фото: "Киске Үрген" төркөмөнән.