

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Ҡазандамын, егеттәрҙең хәрби әҙерлеккә йыйылған урынындамын. Туғандарынан – посылкалар, битараф булмағандарҙан гуманитар ярҙам килтерҙек. Яугирҙәр үҙҙәрен яҡшы тоя, йәшәгән урындарына ыңғай баһа бирә, туҡланыу һәйбәт.
Хәрби тактика дауам итә. Егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы Ә. Сабиров.
Фотолар, видео: Әлфир Сабировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.