Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 16:46

Бөрйәндән төшкән килен

“Хәҙер 41 йыл инде ошо төбәкте яратып йәшәйем”

Р. Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Р. Шәңгәрәева фотоһы.

Яғымлылығы менән үҙенә тартып торған был һөйкөмлө, уңған ханым менән Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында уҙғарылған “Балаҫтарҙа – йәйғор төҫө” фестивалендә таныштыҡ. Зауыҡ менән тегелгән ҡупшы милли кейемдәрҙә сәхнәгә сыҡҡан “Бөрлөгән” йыр ансамбленең дәрте тамашаға йыйылған оло-кесеһенә күсте.

Йыр-моңға оҫта булыуҙан тыш, уларҙың хеҙмәт һөйөүсән ҡулдары менән йәйғор төҫөндә аҫалы ба­лаҫтар һуғыла, халҡыбыҙҙың бо­рон­ғо кәсебе тергеҙелә. Ауыл тор­мо­шоноң эреле-ваҡлы мәшәҡәт­тәренән арынып, күңелгә ятҡан шөғөлгә тотонорға баҙнат иткән ҡатындарҙың бергәләшеп ял итергә лә, аралашырға ла, байрам ойош­торорға ла өлгөрөүенә аптырарһың.

Ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Әминә Миңлеғәле ҡыҙы Абдрахманова ошо эштәрҙең башында йөрөй. Халҡыбыҙ кәсептәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булғандар араһында Ҡаны­ҡай килененең булыуы ғәжәп тә түгел. Таулы-ташлы, урманлы Бөр­йән тарафтарынан яланлы, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Бишбүләк районына килеп “батырмын” да, ошонда тамырҙар ебәреп, үҙ кеше булып китермен, тип кем уйлаған?

– Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, Бишбүләк районына эшкә ебәрҙеләр. Бына хәҙер 41 йыл инде ошо төбәкте үҙемдекеләй яҡын күреп, яратып йәшәйем. Тәүҙә башланғыс класс балаларын уҡыттым, аҙаҡ әҙерлек төркөмөндә эшләнем. Хәҙер һәр ерҙәге кеүек беҙҙә лә балалар аҙайҙы бит, өс ауылдан һигеҙ бала ғына йөрөй.

Белһәгеҙ икән, тәүге йылдарҙы Бөрйән урмандары, Инсебикә, Бәйет тауҙарын нисек һағыныуымды… Шул тиклем ауыр булды. 700 саҡрымдағы Бөрйәнгә әмәле сыҡҡан һайын йы­шыраҡ ҡайтырға тырыштым. Көтөп алған кешеләрем – уртаҡ ихатала донъя көтөүсе бер туған ағайым менән үгәй әсәйем бар. Бишбүләктең ҡола яландарына, ҡайҙа күҙ ташла­һаң да, иғтибарҙы тартҡан икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарына, һап-һары көнбағыш диңгеҙенә нисек өйрә­нермен, был сит тарафтарҙы нисек үҙ итә алырмын, тип эстән генә һыҙланған, уйланған саҡтарым аҙ булманы. Тормош иптәшем Илмир Абдрахманов тәүҙә колхозда, аҙаҡ Себерҙә эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Ни арала ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер үтелгән, тип таң ҡалам.

Минең кеүек ситтән килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар менән әхирәт булышып бөттөк, Ағинәйҙәр ҡорона йөрөүселәр ҙә, ансамблдә ҡатна­шыусылар ҙа, һәр матур башлан­ғысты эләктереп алыусылар ҙа күбе­һенсә улар. Ишембай, Миәкә, Салауат, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан ошо уңдырышлы ергә килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар – бында күптән үҙ кеше, донъя нығытып, ба­ла-саға үҫтереп киләсәкте хәстәрләп йәшәйҙәр, – тип хәтерләй үткән ғүмер йылдарын Әминә ханым. – Йылдың һәр миҙгелендә лә ауыл халҡының ҡолас ташлап башҡараһы эштәре, көндәлек мәшәҡәттәре етерлек. Тик күңел өсөн дә рухи аҙыҡ кәрәк, ауылдаштар менән нимәлер эшләге, мауыҡтырғыс, файҙалы шөгөлгә тотонғо килә…

– Шуға күрә борон замандан Ҡаныҡайҙың даны булған балаҫ һуғыу оҫталарының шөғөлөн тергеҙ­мәксе булдығыҙмы?

– Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, ер-һыу күреп, төрлө район ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәр ойошмалары менән танышыу күңелдәрҙе сафландыра, байыта. Былтыр йәмле йәй көндәрендә Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында үткән фестивалгә саҡырмаһалар, ундағы ҡул эштәрен күреп илһам­ланмаһаҡ, бәлки, бөгөнгө байрам булмаҫ та ине. Күсәрбайҙан сәмлә­неп ҡайттыҡ. Заманында балаҫ һуғыу менән дан алған Ҡаныҡай оҫталары ҡайҙа булған? Был эште нисек тергеҙергә? Баштарыбыҙ мең төрлө хәсрәт-уй менән тулды. Ярай әле, беҙҙә ҡыйыу йөрәкле Рима Нафиҡова кеүек аҫыл заттарыбыҙ бар. Ул китапханала эшләй, кәңәш­ләшкәндән һуң проектта ҡатнашып, үҙ көсөбөҙҙө һынарға булдыҡ.

“Күңел ҡурҡа, ҡул эшләй”, тигән­дәй, барыһы ла уң булды. Проект аҡсаһына станоктар, кәрәк-яраҡ һатып алып ҡыуандыҡ. Тирә-яҡтан оҫталарҙы эҙләнек, хәҙер эштәр юлға һалынды, тиһәң дә була. Гөрләтеп фестиваль үткәреп ятабыҙ ҙабаһа бөгөн!

– “Бөрлөгән” ансамбле ағзалары­ның милли кейеме бигерәк матур, сағыу! Ҡайҙан табаһығыҙ бындай оҫта тегенселәрҙе?

– Ағинәйҙәр ҡорон ойошторғас, эште Мең ырыуының ғөрөф-ғәҙәт­тәрен, йолаларын, милли кейемдә­рен өйрәнеүҙән башланыҡ. Клубҡа йыйылып, бер-беребеҙҙән өйрәнә-өйрәнә, һаҡал-селтәр тектек. Белешә торғас, Әбйәлил районында милли күлдәктәр тегеү оҫтаһын таптыҡ. Бер ҡыйынлығы ла, мәшәҡәте лә булманы. Хәҙер бит барыһы ла – “онлайн”. Такси илтә, килтереп бирә. Һәр кемдең үлсәмдәрен генә ебәр­ҙек, таман ғына итеп тегеп бирҙеләр. Камзулдарҙы һатып алдыҡ. Көҙгө мәшәҡәттәр тамамланыу менән клубҡа әхирәттәребеҙ менән тағы йыйылып, йыр-таҡмаҡтар өйрәнергә иҫәбебеҙ бар, коронавирус-фәлән генә ҡамасауламағайы…

Күңелсәк, йор һүҙле ағинәйҙәре, сит төбәкте үҙенеке кеүек ҡабул итеп, ошо ерҙе йәмләп йәшәгән килен-еңгәләре, хеҙмәт һөйөүсән халҡы менән һоҡландырҙы Ҡаныҡай. Тынғыһыҙ Әминә Миңлеғәле ҡыҙы кеүек ауылдың бер сағыу биҙәге һәм терәге булырҙай кешеләр барҙа, ауылдар, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: