

Ишембай районының Этҡол моделле ауыл китапханаһы хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә йылы ойоҡбаштар бәйләү акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды. Ауылыбыҙҙың әүҙем апай-инәйҙәре тиҙ арала ойоҡбаш һәм бирсәткәләр бәйләп килтерҙе.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, әле Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе егеттәргә матди ярҙам ойошторола. “Ил төкөрһә, күл булыр”, тигәндәй, күмәкләп тотонһаҡ, байтаҡ файҙалы эштәр атҡара алырбыҙ. Ауыл апай-инәйҙәренең теләге бер инде: ”Беҙҙең күңелебеҙҙе һалып бәйләгән йылы ойоҡбаштарыбыҙҙы, бирсәткәләребеҙҙе кейеп, аяҡ-ҡулдарын өшөтмәйенсә иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтһын уландарыбыҙ”. Хәстәрлекле ауылдаштарыбыҙға, ағинәйҙәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, тип хәбәр итә китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Г.Йәрмөхәмәтова фотоһы.