Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 16:48

“Хатта китаптың еҫен дә яратам”

Һәр быуындың – үҙ зауығы.

Гөлсәсәк Авзалованың шәхси архивынан.
Фото:Гөлсәсәк Авзалованың шәхси архивынан.

Гөлсәсәк Авзалова китапхана системаһында утыҙ йылға яҡын эшләй. Хеҙмәт юлын Ҡунаҡҡол филиалында башлаған. Ул әүҙем рәүештә балаларға түңәрәктәр, өлкәндәр өсөн клуб ойоштора. Китап буйынса фекер алышыуҙар, конференциялар уҙғара, тыуған ауылының тарихы, мәҙәниәте буйынса бай материал туплай.

– Педагогтарым минең рус теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы булырыма өмөт итте. Бәләкәйҙән “бишле” билдәһенә генә уҡыным. Тик китапханасы булыу теләге көслөрәк булып сыҡты, сөнки китап уҡырға яраттым, хатта уның еҫен дә яҡын күрәм, – ти Гөлсәсәк Әбүзәр ҡыҙы.

2010 йылда ул үҙәк китапхана системаһының төп методисы булып эшләй. Тармаҡтың күп технологияларын үҙләштергән, яратҡан һөнәрендә мул тәжрибә туплаған белгесте ойоштороу-методика бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Хәҙер ул хеҙмәтләндереү-методика бүлеге мөдире вазифаһын биләй, һәр саҡ даими эҙләнеү өҫтөндә.

– Мин үҙемдең кәңәшсем-тәрбиәсем Клавдия Ласточкинаны йылылыҡ менән хәтергә алам. Ул мине үҙе белгән бөтә нәмәгә өйрәтте. Районда иғлан ителгән конкурста беренсе урынды яулағаным хәтерҙә. Ә район һабантуйында диплом һәм магнитофон менән бүләкләп күңелде күтәрҙеләр, – ти ул, иҫтәлекле көндәргә әйләнеп ҡайтып.

Гөлсәсәк Әбүзәр ҡыҙы район китапхана хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына етәкселек итә. Уның фекеренсә, китапханасы белемле генә түгел, кешеләр менән аралашыусан, ихлас, хатта аҙ ғына психолог белеменә лә эйә булырға тейеш.

– Һәр быуындың үҙ зауығы, теләге бар, шуға күрә йәштәргә лә, өлкәндәргә лә күңелдәренә ятҡан ҡыҙыҡлы китаптар һайларға тырышам, яңылары тураһында фекерҙәремде социаль селтәрҙә уртаҡлашам. Хәҙерге заман китапханасыһына ҡарата талаптар ҙа арта, ул мәғлүмәт технологияларын белергә, компьютерҙы үҙләштерергә, офис һәм видео техникаһы менән эш итергә тейеш. Минең өсөн иң мөһиме – үҙ һөнәреңде яратыу һәм уны барыһынан да яҡшыраҡ эшләргә ынтылыу, – ти Гөлсәсәк Авзалова.


Карина ИВАНОВА

Читайте нас: