Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 15:44

Һөнәрҙәргә оҫта байғужалар

Ҡул эштәренә лә, ижадҡа ла маһирҙар.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Почтальондар – матбуғат менән уҡыусыларыбыҙ араһында рухи күпер һалған төп дуҫтарыбыҙ. Ишембай тарафтарына юл төшкәндә Байғужа почта бүлексәһендә хеҙмәт итеүсе ошо һөнәр эйәләре  – Зилә Баймөхәмәтова һәм  Вәлимә Миңлеғолова менән күрештек.

Икеһе лә оҙаҡ йылдар почтальон булып хеҙмәт итә. Кинйәбулат, Байғужа, Оло Байыҡ, Бәләкәй Байыҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, Аникеевка  ауылдары буйлап  ҡояш ҡыҙҙырған селләлә лә, ҡаты һалҡындарҙа ла, ямғырҙа ла, буранда ла гәзит тараталар. Тиҫтәнән ашыу йыл эсендә нисәмә километр ара үткән икән улар?

Зилә Фәүәрис ҡыҙы элегерәк сауҙа өлкәһендә хеҙмәт иткән,  почтальон булып ҡына ла 12 йыл эшләй.

– Ауылда эш булғанда, һайланып торманым. Хәҙер инде өйрәнгәнмен, – ти ул.

Ысынлап та, ауыл кешеһе эшһеҙ тороуға күнекмәгән. Йүгереп йөрөп  матбуғат баҫмаларын таратыуға Зилә Фәүәрис ҡыҙын өйөндә лә эше көтөп тора. Һыйырын һауып, ҡаймағын, ҡоротон, эремсеген әҙерләп һатырға ла өлгөрә. Буш ваҡыт эләккәндә тағы ла бер матур шөғөлө бар  – ҡашмауҙар, түшелдеректәр эшләй. Байрам сараларында ҡул эштәре менән күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша ул.

– Элек гел йөн ойоҡбаштар бәйләп һаттым. Аҙаҡ түшелдерек эшләп  ҡарау теләге тыуҙы. Махсус рәүештә оҫталыҡ дәресенә йөрөп, өйрәнеп ҡайттым, – ти уңған ханым.

Вәлимә Миңлеғолованың да почтальон булып хеҙмәт итеүенә – 18 йыл. Уға тиклем Трикотаж фабрика­һында эшләгән. Ауылға ҡайтырға тура килгәс, һөнәрен дә алмаштырған.

– Почтальон эшен дә оҡшатып башҡарам, сөнки үҙем дә гәзит-журналдар уҡырға яратам. Буш ваҡытта шиғыр яҙам. Улар күберәк тыуған яғым Ғүмәргә, уның тәбиғәтенә арналған, – ти Вәлимә Бәҙиғ ҡыҙы.

Шиғри күңелле почтальон үҙенең шиғырҙары менән дә таныштырҙы. Бер нисәһен гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ.

 

Тау ҡыҙы мин

 

Тау ҡыҙы мин, ғорур Мөҡсим, Бүжәм,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтерҙе.

Күләгә лә булды эҫе йәйҙә,

Һынған саҡта көс һәм дәрт бирҙе.

Тау ҡыҙы мин, тыныс тәбиғәтем,

Ғорурлығым ошо тауҙарҙан.

Аралар ҙа ул мине, ҡәлғә булып,

Тормош ҡуйған оло һынауҙан.

Итәгендә аға Егән һыуы,

Ярҙарына һыймай тулҡынып.

Был тулҡындар күңел хистәремә,

Күскән миңә шиғри моң булып.

Бейеклеккә әйҙәй Бүжә тауы,

Күңелдәрҙе йәмләй йәй-яҙы.

Ҡаршы иҫкән елдәр бер ни түгел,

Бирешмәйем, мин бит – тау ҡыҙы!

 

Юғалттым һине

 

Мин юғалттым һине, нишләйем?

Әйләнде бит көнөм төндәргә.

Абынғанды көткән бәндәләргә

Артты инде бер һүҙ һөйләргә.

Мин юғалттым һине, нишләйем?

Юғалттым мин, тимәк, үҙемде.

Эй, Хоҙайым! Һинһеҙ йәшәргә

Таба алмайым көстө, түҙемде.

Нишләйем һуң, нисек төҙәтәйем

Һине юғалтыуҙың яраһын?

Белмәнем шул, һорап ҡалыр инем,

Әйтер инең берәй сараһын.

Бына шундай һәләтле  почтальондар йәшәй  Ишембайҙа. Үҙҙәренең төп эштәренән тыш, күңел шөғөлдәре менән дә тормошто  биҙәй улар.

 
Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА

Ишембай районы.

Читайте нас: