Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 23:30

Радий Хәбиров мобилизация буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Ҡала һәм район башлыҡтарына ниндәй бурыстар ҡуйылды?

Радий Хәбиров мобилизация буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Радий Хәбиров мобилизация буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә өлөшләтә мобилизацияны ойоштороу, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре торҙо.

Башҡортостан Башлығы район-ҡала етәкселәренә хәрби комиссариаттар менән берлектә алып барылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙҙең алдыбыҙҙа мөһим бурыс – мобилизацияланған яҡташтар менән бәйләнеш тотоу, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең егеттәр өсөн хәҙер ике төшөнсә мөһим – ғәҙеллек һәм ихтирам. Был шул иҫәптән хәрбиҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеүебеҙҙә сағыла. Хәрби әҙерлек урындарында булған, кәрәкле әйберҙәр тапшырыуҙы ойошторған район етәкселәренә бик рәхмәтлемен".

Ултырышта ҡатнашыусылар мобилизацияланған халыҡ менән эшләүҙең мөһим мәсьәләләрен — көнкүреш, медицина һәм юридик ярҙамды, туғандарынан посылкалар тапшырыуҙы, шулай уҡ подразделениеларҙы махсус ҡорамалдар һәм кейем менән тәьмин итеүҙе тикшерҙе.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең Башҡортостандағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов белдереүенсә, 26 сентябрҙән бөтә муниципалитеттарҙа М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Уның вәкилдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың туғандарына һәм ғаиләләренә маҡсатлы ярҙам күрһәтә. Штабҡа ошо телефон аша мөрәжәғәт итергә була: 8-800-201-89-93. Бөгөнгә ҡарата колл-үҙәккә төрлө мәсьәләләр буйынса 400-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында ярҙам итергә йәки ирекмән булырға теләүселәр ҙә бар.

Республика Башлығы билдәләүенсә, яугирҙәрҙе әҙерләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға, уларҙы махсус хәрби операция бурыстарын үтәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итергә кәрәк.

Радий Хәбиров шулай уҡ Хөкүмәткә 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан хәрби көйләү урындарында яҡташтарҙы рәсми ҡотлауҙы һәм концерт программаһы ойошторорға ҡушты. "Байрам программаһын аныҡлау өсөн хәрби частар командирҙары менән хәҙерҙән һөйләшергә кәрәк, – тине ул. – Хәрбиҙәр Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнеш тойһон. Ә район етәкселәре егеттәрҙең ғаилә ағзаларын район байрамдарына саҡырырға тейеш".

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бөтә хәрби әҙерлек урындарына барыр өсөн артистарҙан һәм ижади коллективтарҙан торған бригадалар булдырылған.

– Яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү – ҙур ойоштороу эше. Был бурысты үтәүгә яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым, — тип йомғаҡланы Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: