Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 15:40

“Әсәйем почтаны ат менән ташыны”

Почтальондар электән йәмғиәтебеҙҙә мөһим эш алып барҙы, бөгөн дә уларҙы халыҡ көтөп ала. Заман үткән һайын почта хеҙмәткәрҙәре иңенә һалынған бурыстар ҙа арта, ләкин уларға хас сифаттар ғына үҙгәрешһеҙ ҡала. Кешеләрҙе яратыу, иғтибарлы була белеү, алсаҡлыҡ – ошолар талап ителә был һөнәр эйәләренән.

Илеш районының Сүлте почта бүлексәһе почтальоны Фәнзилә Ғаязовала был сифаттарҙың барыһы ла бар. Иң мөһиме – был эш бала саҡтан күңеленә һеңгән. Заманында әсәһе лә оҙаҡ йылдар почтальон булып хеҙмәт иткән.

– Үҙем Баҡалы ҡыҙымын, был яҡҡа килен булып төштөм. Әсәйем 20 йылға яҡын почтальон булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бала саҡта күрше ауылдан почтаны ат менән алып ҡайта торғайны. Беҙ, дүрт бала, уның ҡайтҡанын көтөп кенә торабыҙ ҙа йүгерешеп почта таратыша инек. Ул ваҡытта был бик ҡыҙыҡ эш һымаҡ тойолдо. Әле лә иҫтә, 18-әр матбуғат баҫмаһына яҙылған ауылдаштар булды ул заманда, – тип һөйләне Фәнзилә.

Йылдар үткәс, үҙенә лә ошо эшкә тотонорға тәҡдим итәләр һәм ул икеләнеүһеҙ риза була.

– Күңелгә оҡшаған эште баш­ҡарыуы ла рәхәт. Халыҡ менән ара­лашыу оҡшай. Ваҡытлы матбу­ғатҡа яҙылыу осоронда ял көндә­рендә лә эшләргә тура килә. Өй­ҙәренә барып гәзиткә яҙҙыртабыҙ. Төрлө баҫмаларҙы күпләп уҡыусы­ларыбыҙ бар. Мәҫәлән, Янтуған ауы­лынан Лүзә Ғәлимова 12 дана төрлө гәзит-журнал алдыра. Эше­беҙ гәзит-журнал таратыуҙан ғына тормай. Утҡа, һыуға түләү өсөн дә көтөп торалар. Мобиль почта-касса терминалы булыуы был эште өйҙәренә барып башҡарырға ярҙам итә. Йорттарынан сыҡмаған, йөрөй алмаған оло йәштәгеләр өсөн ми­нең килеүем бик уңайлы. Сәйҙәр ҡуйып, ихласлап көтөп торған апай­ҙарым бар. Кәрәк-яраҡ тауарҙарын ҙа индереп сығам. Хәлдәрен беле­шеп китһәм дә, һөйөнөп ҡалалар, –тип һөйләне почтальон.

Фәнзилә Ғаязова ҡарамағында Янтуған, Яңы Аташ, Лена ауылдары, 120 -ләп йортҡа гәзит-журнал илтә. Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең барыһының да тиерлек гәзит-журнал алдырыуын белдерҙе ул. Үҙе рулдә булғас, эш сыҙамай. Ҡышҡы ваҡытта тормош иптәше лә ярҙамға килә.

– Почтальон булып дүрт йыл эшләйем. Эшкә килеүемә һис үкенмәйем. Коллективым да бик ихлас ҡабул итте. Киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә яҙһын, – тине ул, йылмайып.

Ысынлап та, почта бүлексәһе начальнигы Индира Имамова етәкселегендә татыу коллектив тупланған. Ике почтальон – Фән­зилә Ғаязова һәм Рәшиҙә Хисмә­тул­лина дүрт ауылды хеҙмәтлән­дерә. Үҙ-ара аңлашып эшләгәс, күңел дә почтаға тартылып тора.

Сүлте почта бүлексәһе хеҙмәт­кәрҙәренә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Киләһе күрешкәндә был тарафта “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар һаны ишәйер әле.

 
Р. ГӘРӘЕВА

Илеш районы.

Читайте нас: