Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 15:07

Сибайҙарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ

Йәмәғәт үҙидараһы органдары ҡалалағы хәлде һәм үткәреләсәк бөтә сараларҙы ныҡлы контролдә тота.

Ринат Муллагилдин.
Фото:Ринат Муллагилдин.

Уны республикабыҙҙың Урал аръяғының баш ҡалаһы тип тә атайҙар. Бөтә илгә билдәле тау сәнәғәте предприятиеһы, башҡа хеҙмәт коллективтары, мәҙәниәте, уҡыу усаҡтары, хатта экологияһы менән дә матбуғатта һәм социаль селтәрҙә көн дә тиерлек телгә алынған был ҡала бөгөн нисек йәшәй? Гәзитебеҙҙең һорауҙарына Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Мырҙағәле улы ЮЛДАШБАЕВ яуап бирә.

 

 – Азамат Мырҙағәле улы, Сибайға килеү менән беҙ беренсе булып ишеткән хәбәр – ҡала башлығы ифрат ихлас, халыҡ менән тығыҙ аралашырға тырыша, ҡала проблемаларына тәрәндән төшөнөргә ынтыла. Ошондай ике яҡлы бәйләнеш­тең өҫтөнлөктәре, һеҙҙең ҡарашҡа, нимәлә?

– Үҙ ғүмеремдә күп төрлө даирәлә эшләргә яҙҙы: таможня хеҙмәтендә, почтамт етәксеһе булып, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалында... Әммә минең өсөн үҙ коллективым менән бергә йәшәү, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймау мөһим, сөнки мин дә хеҙмәт юлымды ябай хеҙмәткәр булараҡ башланым. Бөтә кешеләр ҙә бер тиң, фәҡәт билдәле бер осорҙа кемдер етәкселек итә, кемдер уның етәкселегендә эшләй. Юғарыраҡ үрләгәндә лә бөгөн юғары вазифалы булмаған, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарып сыҡҡандар менән һаулыҡ һорашыуҙы онотмаҫҡа тигән ҡарашта торам. Ихтимал, ҡасан да булһа осрашырбыҙ. Балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә беҙҙең өсөн оят булмаҫлыҡ итеп йәшәргә һәм эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем.

Бөгөнгө эшемдә ҡала халҡы менән ике яҡлы бәйләнеш – беҙҙең команданың хеҙмәтен яҡшыртыу өсөн мәғлүмәт йыйыу һәм уны ҡуллана башлауҙың бик йоғонтоло ғәмәле. Йылдар буйы хәл ителмәй килгән проблемалар ҙа бар. Ҡайһы саҡ күмәкләп фекер алышыу һөҙөмтәһендә теге йәки был мәсьәләне хәл итеү юлдарын табабыҙ.

 

– Ҡалала территориаль йәмәғәт­селек үҙидараһы һәйбәт үҫешкән. Уларҙың эшмәкәрлегенең иң әһәмиәтле һөҙөмтәләрен билдәләүегеҙҙе һорайбыҙ.

– Сибайҙа алты территориаль йәмәғәтселек үҙидараһы булдырылған, уларҙың береһе – Төйәләҫ ауылындағыһы – юридик статусҡа эйә. Был үҙидара рәйестәре, ҡала хакимиәте, депутаттар, ҡалала йәшәүселәр менән берлектә киң ҡатлам бурыстарҙы хәл итә – юл һалыу һәм ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу тәьминәте, сүп-сарҙы сығарыу, өмәләр уҙғарыу, биләмәләрҙе йәшелләндереү, ҡар көрәү һәм башҡалар. Улар йәмәғәтселек транспортының эшен дә, санитар-эпидемиологик хәлде лә, янғын хәүефһеҙлеген дә контролдә тота.

Үҙидара рәйестәре республикабыҙҙың “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда бөтәһе 12,5 миллион һумлыҡ 13 проект тормошҡа ашырылды. Быйыл хосуси секторҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса 11 проект шулай уҡ конкурста һайлау аша үткәрелде һәм ғәмәлгә ашырыуҙы көтә. Дөйөм алғанда, улар – идеялы һәм әүҙем, ҡалабыҙҙы яҡшыртырға ынтылған кешеләр. Аҡһаҡалдар Ислам Исламбаев, Елена Зорина, Хитабулла Исмәғилев был эште күп йылдар инде алып бара. Эльвира Муллағәлина, Гөлнур Диарова ла уларҙан ҡалышмай.

 

– Тимер юлдың киләсәге нисек тоҫмаллана – Сибай “ҡамауҙағы” хәлдән сыға һәм, инде оҙаҡ йылдар һөйләгәнсә, артабан да юл яра алырмы?

– Тимер юл төҙөү планы үткән быуаттың уртаһында уҡ тикшерелә башлағайны. 1954 йылда “Сибай” станцияһы асылды, ә 1980 йылдарҙа көньяҡҡа – Аҡъяр һәм Һары яғына – тимер юл үткәрә башланылар. Әммә 10 километрҙан да аҙыраҡ һуҙа алдылар һәм өлөшләтә рельстар ҙа һалынды. Ахырҙа эш туҡтатылды. Йылдар уҙғас та, был проектҡа әйләнеп ҡайтыуҙары һәйбәт. Бөтә кимәлдәге власть органдарында ошо йүнәлештә ҙур эш башҡараһы бар. Был бер көнлөк эш түгел, ул байтаҡ йылдар талап итәсәк. Техник-иҡтисади нигеҙләү эшләйһе һәм трассаның аҙаҡҡы тейешле вариантын раҫлайһы бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хә­бировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был мәсьәләләр менән проектты оҙатып барыу өсөн махсус булдырылған комиссия шөғөлләнә. Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙың зарурлығы республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урын­баҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге кәңәшмәлә лә раҫланды. Шуны билдәләгем килә, юл дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек килешеүе шарттарында һәм, федераль аҡсаны йәлеп итеп, “Рәсәй тимер юлдары”ның туранан-тура ҡатнашлығында төҙөлөргә тейеш. Һөйләшеүҙәр дауам итә. Әлегә Башҡортостан менән Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү генә төҙөлгән.

 

– Йәнә тимер юлға бәйле һәм сибайҙарҙы күптән борсоған мәсьәлә – бөгөн ике вагондан ғына торған Сибай – Өфө поезы ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай. Элек унда 14 вагон ине. Кешеләр таксиҙан файҙаланырға мәжбүр, ә ул – Өфөгә саҡлы иң оҙайлы юл, шоферҙар һәр ваҡытта ла тәжрибәле түгел, һөҙөмтәлә юлда һәләк булыусылар ҙа бар.

– Баш ҡалаға шәхси ташыуҙы популярлаштырыу “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы үткәргән ҡулайлаштырыуға тура килде. Пассажирҙар һаны аҙайыу сәбәпле, “Сибай – Өфө” поезының составын кәметтеләр. Әммә, ваҡыт күрһәтеүенсә, пассажирҙар ташыуҙың был ысулының даны кире әйләнеп ҡайта – вагондар хәҙер уңайлыраҡ, китеү һәм килеп етеү ваҡыттары көйләнгән, юл хаҡы кеҫәгә ныҡ һуҡмай, ташламаларҙың һәйбәт системаһы булдырылған. Иң мөһиме – хәүефһеҙлек юғары кимәлдә, шуға күрә билет алдан уҡ һатылып бөтә. Бөгөн Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр бара. Хәлде өҫтәмә вагондар ярҙамында төҙәтергә уйлайбыҙ.

 

– Үҙ заманында, Сибайҙа осоу-төшөү майҙаны төҙөлгәндә, беҙ, журналистар, “Сибайский рабочий” гәзитендә “Сибай Мәскәүгә осасаҡ!” тип яҙып та сыҡҡайныҡ. Ә улар Өфөгә тиклем булһа ла йәнә осоу мөмкинлеген аласаҡмы?

– Сибайҙа аэропорт 65 йыл элек, йәғни 1957 йылда төҙөлгәйне. Ул сәғәтенә 200 пассажирға иҫәпләнгән. Әммә 2003 йылдан алып  ҡаланың һауа ҡапҡалары 2010 йылға саҡлы файҙаланылманы. 2010 йылда Өфөгә даими рейстар ҡабат тергеҙелде, ләкин 2016 йылда улар тағы туҡтаны. Әле Сибай аэропорты фәҡәт санитар авиацияны һәм шәхси еңел моторлы самолеттарҙы ғына ҡабул итә.

Һуңғы осорҙа аэродромды “терелтеү” мәсьәләһе буйынса бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрҙеләр. Ул бигерәк тә хәҙер – Рәсәй Президенты Владимир Путин бәләкәй авиацияның ошо төр транспорттағы үтә мөһим йүнәлеш булыуы тураһында иғлан иткәндән һуң, көнүҙәк булып тора. Махсус программа булдырылған, уға ярашлы, төбәктәр араһында пассажирҙарҙы ташыуҙар менән шөғөлләнәсәк төбәк компанияһы ойошторолған. Бындай киң программалар тиҙ генә башҡарыла алмай, бигерәк тә бөгөн, илдең авиация ташыуҙары өсөн ябай булмаған заман шарттарында.

 

– Быйыл Сибай – Асҡар юлын төҙөү тамамланды.  Беҙ әле шуның буйлап килдек. Иҫ киткес матур эшләнгән!  Ә был юлдың Төйәләҫкә тиклемге өлөшө асфальтланманы. Ауыл ҡала эсендә булғанлыҡтан, төйәләҫтәрҙе Урал аръяғын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса күптән түгел уҙғарылған стратегик сессияла әйтелгән вәғә­ҙәләрҙең үтәлеше ҡыҙыҡһындыра.

– Төйәләҫ халҡын иғтибарһыҙ ҡал­дырмайбыҙ. Ул ҡаланың иң алыҫ биҫтәһе, шуға күрә уға иғтибар ҙа көслө. Күптәр көн һайын Сибайға эшкә һәм уҡыуға йөрөй. Мин үҙем дә эш буйынса унда йыш барам. Әлбиттә, юл бик шәптән түгел, ләкин шуны әйткем килә: Сибайҙан Төйәләҫкә тиклемге юлды асфальтлаясаҡ подрядсы билдәләнде. Был эш 10 ноябргә саҡлы тамамланасаҡ.

– Социаль йүнәлешле програм­маларҙы – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, физкультура һәм спорт мәсьәләләрен хәл итеү нисек бара?

– Сибайҙа һуңғы йылдарҙа социаль блок буйынса күп эш башҡарыла. Был, моғайын да, халыҡ үҙе күреп-белеп барған йүнәлештәрҙең береһелер. Мәғарифты алып ҡарайыҡ. Мәктәптәрҙе бер-бер артлы яңыртабыҙ, капиталь ремонт эшләйбеҙ, ҡорамалдар һатып алабыҙ. 1 сентябрҙә капиталь ремонттан һуң 5-се мәктәпте астыҡ. Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын, 8-се мәктәпте ремонтлайһы, 6-сы мәктәпте, коррекция мәктәбен, һаулығы сикләнгән балалар өсөн күп функциялы белем үҙәге төҙөйһө бар.

Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе пандемия осоронда ныҡлыҡҡа һынау үтте. Уны насар үтмәнек, тип ышаныслы әйтә алам. Баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланыҡ, яңы белгестәр килде, яңы клиника-диагностика үҙәге асылды. Сибай табиптарының маҡсаты ҙур, улар артабан үҫергә, заманса технологияларҙа эшләргә әҙер.

Сибай концерт-театр берекмәһен реконструкциялау һөҙөмтәһендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Рәсәй, Башҡортостан эстрадаһы башҡарыусыларының концерттарына йөрөү мөмкинлеген алды. Бынан тыш, мәҙәни мираҫты, мемориал-һәйкәлдәрҙе һаҡлайбыҙ, яңы матур урындар асабыҙ.

Спорт ҡаҙаныштары ла һөйөндөрә. Ҡалала 36 спорт төрө эшләй. Беҙҙең егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың еңеүҙәре бөтә илгә билдәле тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тулы ҡанлы күнекмәләр һәм йыйындар өсөн шарттар тыуҙырырға ынтылабыҙ. Мәҫәлән, “Труд” стадионын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Эш күләме ҙур һәм оҙайлы, әммә ул сибай­ҙар өсөн бик кәрәк. Бөгөн йыһазландырылған һәр бер күнекмә майҙансығына барып ҡара­һаң да, уның буш түгеллегенә ышанаһың. Сибайҙарҙың спорт һәм сәләмәт тормошто һайлауы мине һөйөндөрә.

 

– Оҙайлы вахта – ғаиләләрҙең тарҡалыуы, эскелек, атайҙарҙың балаларҙы тәрбиәләй алмауы сәбәптәренең береһе. Вахтасыларҙы “өйгә ҡайтарыу” проблемаһы нисек хәл ителәсәк?

– Был мәсьәлә – ғаилә башлығы ҡайҙа эшләй һәм күпме хеҙмәт хаҡы ала – минең компетенцияла түгел шул. Һәр кем үҙе хәл итә. Күп кеше илдең айырым төбәктәрендә генә үҫеш аласаҡ тармаҡтарҙағы һөнәрҙе һайлай. “Вахтовик-ирҙәр” шунан килеп сыға ла инде. Әммә ҙур эш хаҡы артынан төньяҡҡа юлланыусылар ҙа аҙ түгел. Балыҡ – тәрәнерәк, кеше яҡшыраҡ урынды һайлай, тиҙәрме әле?!

Етмәһә, логистика мәсьәләләре ҡалаға инвесторҙар йәлеп итеүҙе ҡатмарлаштыра. Сибайҙы үҫтереү өсөн аҡса тотонорға теләгәндәрҙе лә урындағы халыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үтә һаҡ ҡаршылай. Ҡаланың предприятиеларһыҙ үҫә алмауын аңларға кәрәк. Беренсенән, ул һәйбәт эш хаҡы биргән хеҙмәт урындарының булмауы һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, эшкә яраҡлы халыҡтың ситкә китеүе, икенсенән, ҡала әһәмиәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн һалымдың булмауы. Был йәһәттән күп нәмә ҡала халҡының ҡарашына ла бәйле.

 

– Ҡаланың “атаһы” күҙлегенән генә түгел, ә күп балалы ғаилә башлығының фекерләүенсә лә, йәштәр был ҡалала ҡалһын өсөн тағы нимәләр эшләргә кәрәк? Ҡала үҙенә нимәләре менән ылыҡтыра?

– Ни өсөн мин үҙем Сибайҙа йәшәйем, башҡа ҡалаға китмәгәнмен? Сөнки бында төрлө яҡлы үҫеш һәм балаларҙы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар бар, тип иҫәпләйем. Башҡортостандың Урал аръяғы баш ҡалаһында һынлы сәнғәт, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, технопарк, боҙһарай, балалар өсөн клубтар бихисап. Ҡаланың масштабы балаларға мәктәптән тыш өҫтәмә белем биреү учреждениеларына һәм секцияларға түләүһеҙ йөрөү мөмкинлеге бирә. Эшләгән ата-әсәләр өсөн был бик уңайлы. Сибайҙың урта махсус уҡыу йорттарына ихтыяж артты. Имтихан һөҙөмтәләренә ярашлы, урындар һанын күбәйтергә лә тура килде, сөнки һәләтле абитуриенттар үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында белем алыу хоҡуғына эйә булырға тейеш.

Беҙҙең юғары уҡыу йортон да, Башҡорт дәүләт университеты менән Башҡортостан дәүләт авиация техник университеты ҡушылғандан һуң, ҙур үҙгәрештәр көтә. Былар барыһы ла ошонда ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү форсаты тыуҙыра. Унан тыш, әйткәнемсә, социаль өлкәлә лә бик күп саралар күрәбеҙ.

 

– Ҡала төньяҡҡа һәм көнсығышҡа үҫә, ул карьерҙан алыҫта тигән һүҙ. Артабан был үҫеш нисек күҙаллана?

– Генераль планға ярашлы, Сибай ҡалаһы ҡала округында яңы биҫтәләр ҡаралмаған. Ҡала үҙ сиктәрендә генә үҫә.  Уның үҙәге авария хәлендәге һәм туҙған торлаҡты алмаштырыу иҫәбенә яңырасаҡ. Ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ. “Терра Зауралье” паркын төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабын тамамлайбыҙ. Хәҙер был ҙур сығымдар талап иткән эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн дәүләт программалары күп. Шулай уҡ шәхси йорттарҙан торған биҫтәләрҙәге инфраструктураны булдырыу эшен дә дауам итергә кәрәк. Ундай урындарҙа урамдарҙы яҡтыртыу, балалар һәм спорт майҙансыҡ­тары етешмәй. Эш күп инде ул.

 

– Сибайҙа баҡсасылыҡ һәр саҡ уңышлы үҫешә. Беҙ был юлы ҡалала йөҙөм, өрөк кеүек көньяҡ емештә­ренең дә мул булыуын күрҙек. Ҡала тағы нимәләре менән ғәжәпләндерә?

– Мин һәр саҡ әйтә киләм: сибайҙарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ! Беҙҙең баҡсасылар айырым тема. Әле селекционерҙар еләк-емеш үҫемлектәренең сорттарын шул тиклем төрләндерҙе, хатта беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла бик һәйбәт уңыш алалар. Был ғаиләне туҡландырырға ғына түгел, ә һәйбәт табыш алыу мөмкинлеге лә бирә. Әйткәндәй, үҫтерелгән продукцияны һатыу урындарын беҙ күптән ҡороп ҡуйҙыҡ инде. Шуны ла иҫкә алғым килә: ҡала халҡы араһында һирәк осраған үҫентеләр – маньчжур сәтләүеге, йошта, татлы миләш һәм башҡалар менән мауыҡҡандар ҙа бар.

Әлеге ваҡытта шәхси секторҙа төҙөлөш әүҙем бара, был ыңғайҙан халыҡтың үҙ биләмәһе тирәһен төҙөкләндерергә ынтылыуы ҡыуаныслы. Йәй улар төрлө сәскәгә күмелә, ҡыш иһә йорттар тирәһендә боҙ шыуғалаҡтары барлыҡҡа килә. Мин үҙем, мәҫәлән, йәй һайын сәскә атҡан йәки уңыш биргән күп йыллыҡ ҡыуаҡтарға өҫтөнлөк бирәм.

 

– Ҡаланың почетлы граждандары менән осрашҡанда, һеҙ беҙҙе бал менән һыйланығыҙ. Әле лә был шөғөлгә ваҡыт табаһығыҙмы?

– Августың икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостанда Умартасы көнө билдәләнде. Бер нисә йыл инде умарталар тотам. Бала саҡтан ошо егәрле бөжәктәрҙе күҙәтергә яраттым. Ә хәҙер ул – минең яратҡан шөғөлөм, улар янында йәнем ял иткән кеүек. Әлбиттә, умартасылыҡ серҙәренә әле саҡ төшөнәм генә, барыһына ла ваҡыт еткереп булмай, шуға күрә ҡатыным менән ҡайным ярҙам итә. Балалар ҙа ошо эш менән ҡыҙыҡһына. Ғаиләбеҙ сәйҙе бал менән эсергә ғәҙәтләнде инде, ә башҡорт балының файҙалы үҙенсәлектәре тураһында барыбыҙ ҙа белә. Бал менән дуҫтарымды ла һыйларға яратам, улар – минең төп тәнҡитселәрем.

Беҙҙең ҡала халҡының өҫтәлендә һәр саҡ туҫтаҡ тулы бал булыуын, уның көс һәм муллыҡ символына әйләнеүен теләйем.


Мәүлиҙә ЯҠУПОВА

Читайте нас: