

Донъяла ҙур үҙгәрештәр барыуына, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, илай-илай сабыйҙар донъяға килә...
Ағиҙел ҡалаһы мэры Фәнис Ғилуанов ире өлөшләтә хәрби мобилизацияға алынған ҡатынды сабыйы менән бала табыу йортонан ҡаршы алған. Был хаҡта етәксе социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
“Мобилизацияға оҙатыу көнөндә бер егетебеҙҙең атай булғанын, сабыйы тыуғанын белдек. Уның ата-әсәһе ярҙам һорап мөрәжәғәт итте”, – тип яҙған Фәнис Ғилуанов.
Йәкшәмбелә әсә һәм сабыйҙы бала табыу йортонан ҡала мэры үҙе ҡаршы алған. Ғаиләне был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, ҡыҙҙың бәхетле булыуын, именлек һәм мөхәббәт солғанышында йәшәүен теләгән.
Фото:indubnacity.ru