Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 19:45

Ҡырғыҙ-Миәкәлә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Биҫтә артабан да үҫтереләсәк.

Ҡырғыҙ-Миәкәлә яңы фатир асҡыстары тапшырылды
Ҡырғыҙ-Миәкәлә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Бөгөн Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә авария хәлендәге торлаҡтарҙан күсерелгән 25 ғаилә яңы фатир асҡыстары алды.

"Мәктәп урамындағы күп фатирлы йорт "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлдө. 25 ғаиләләге 74 кеше яңы фатирҙарға эйә булды. Быйыл Миәкә районы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған торлаҡтан кешеләрҙе күсереү буйынса сараларҙы ваҡытынан алда тамамлай", – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Башҡортостандың авария хәлендәге торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге директоры урынбаҫары Алексей Малинский ҙа ҡатнашты. "Яңы өйгә күсеү – һәр ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиға. Хужаларҙың иркен, уңайлы фатирҙары ҡотло булһын. Өйөгөҙҙә бәхет, йылылыҡ хакимлыҡ итһен", – тине ул.

Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов билдәләүенсә, яңы биҫтәнең тейешле инфраструктураһы бар: асфальт юл, 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы, магазиндар, балалар баҡсаһы ла булған 80 урынлыҡ башланғыс мәктәп төҙөү планлаштырыла. "Халыҡ үҙ өйҙәрендә рәхәтләнеп йәшәй алһын өсөн, биҫтәне артабан да үҫтерәсәкбеҙ", – тине Ришат Аҡтуғанов.

Гөлсимә Ҡәнзәфәрова ауылдаштары исеменән республика етәкселегенә, Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына, Миәкә районы хакимиәтенә Республика көнө алдынан эшләнгән ҙур бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Миәкә районында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса Комаров урамындағы 2-се һәм 4-се йорттарҙы күсереү планлаштырыла ине. Дөйөм майҙаны 1470,9 квадрат метр булған 34 фатирҙан бөтәһе 86 граждан күсерелергә тейеш. Беренсе йорт 2021 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылған. Яңы фатир асҡыстарын – ете ғаилә, ә ике ғаилә аҡсалата компенсация алған.

Икенсе йорт быйыл август айында файҙаланыуға тапшырылған. Шул уңайҙан бөгөн тағы ла 25 ғаилә фатирлы булды.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙе тиҙләтеү Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: