Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 16:30

Балалар майҙансыҡтары ниндәй булырға тейеш?

БР Йәмәғәт палатаһы ошо мәсьәләгә арналған һөйләшеү ойошторҙо. 

Балалар майҙансыҡтары ниндәй булырға тейеш?
Балалар майҙансыҡтары ниндәй булырға тейеш?

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы “Балалар майҙансыҡтары ниндәй булырға тейеш һәм улар өсөн кем яуаплы?” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Уның эшендә БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Торлаҡ милекселәре ассоциацияһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм башҡа ойошмаларҙан вәкилдәр ҡатнашты.

- Бындай майҙансыҡтарға ихтыяж ҙур һәм республикала әлеге мәсьәләне хәл итеү өсөн күп эштәр башҡарыла. Башҡортостан Башлығы аҙналыҡ кәңәшмә барышында республикала йыл һайын 200 майҙансыҡ сафҡа инеүе һәм ошо йүнәлештә тейешле аҡса бүленеүе тураһында белдерҙе. “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы ярайһы уҡ иркен биләмәле, заманса япмалы, тренажерҙар һәм башҡа ҡорамалдар булған уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелә. Уларға ҡағылышлы һорауҙар тыумай тиерлек. Әммә беҙ үткән быуатта уҡ төҙөлгән майҙансыҡтар өсөн дә яуап бирәбеҙ. Улар хәүефһеҙ түгел.

Был йәһәттән Йәмәғәт палатаһына республика халҡынан һорауҙар йыш килә. Һәр ваҡыт ялыу менән мөрәжәғәт итәләр, тип әйтеп булмай, тәҡдимдәр ҙә еткерелә. Яңы майҙансыҡтарҙы ла даими тикшереп торорға кәрәк, сөнки йә япмалар зыян күрә, йә ҡоймалар яңыртыуҙы талап итә. Был - даими эш, - тип билдәләне БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова.

Быйыл августа Йәмәғәт палатаһы республиканың барлыҡ биләмәһендәге балалар, спорт һәм йорттар янындағы уйын майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеген, таҙалығын һәм уңайлылығын тикшерҙе. Был эштә урындағы хакимиәт вәкилдәре лә ярҙам итте.

- Тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙең күбеһе резина япмаларҙың булмауына ҡайтып ҡала. Ҡайһы бер майҙансыҡтарҙа сифатһыҙ япма түшәлгән, йәки эш дөрөҫ башҡарылмаған. Ҡорамалдарға килгәндә, уларҙың күбеһе ҡулланыуға яраҡлы тип табылған. Күпмеһелер ремонт талап итә, һүтеп алыу, йәғни ҡулланыуға яраҡһыҙ тип билдәләнгән ҡорамалдар бер нисәү генә булған, - тине үҙенең сығышында БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рита Некрасова.

Түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеүҙә балалар майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән талап ителгән саралар, был эште тейешле кимәлдә алып барған муниципалитеттар тәжрибәһе тураһында ла һөйләшеү булды.  

Фото: i.archi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: