Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 14:00

Дипломды хужаһына тапшырҙыҡ

“Башҡортостан” гәзитенең ошо төркөмдәге конкурсында Ғафури районынан Валерий Мөхәмәтйәров өсөнсө урынды яулағайны.

Дипломды хужаһына тапшырҙыҡ
Дипломды хужаһына тапшырҙыҡ

“Бәйләнештә”ге беҙҙең төркөмдә төрлө конкурстар даими үткәрелә. Уларҙың береһендә – “Тоғролоҡ” конкурсында – Ғафури районынан Валерий Мөхәмәтйәров өсөнсө урынды яулағайны. Беҙ уға ошо дипломды тапшырҙыҡ.

Валерий Рәшит улы Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуған. Малайға өс йәш тулғас, уның ата-әсәһе Вера менән Рәшит Мөхәмәтйәровтар Еҙемҡаран ауылына күсергә ҡарар итә. Ошо ауылдағы мәктәптә VIII класҡа тиклем белем алғас, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына уҡырға инә егет, унда белем алғандан һуң, Эске эштәр министрлығының Өфө милиция мәктәбен уңышлы тамамлай.

Шулай итеп, ул киләсәк ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүгә арнап, ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн Салауат ҡалаһында полицияға эшкә төшә. Унда бер аҙ эшләгәндән һуң, әрме сафына алына. “Хеҙмәт итеү оҡшап ҡалғас, тағы ике йылға контракт төҙөнөм, сержанттар мәктәбен тамамланым”, – тип хәтергә ала был йылдарҙы Валерий Рәшит улы.

Шулай итеп, Валерий Мөхәмәтйәров Ватан алдындағы бурысын 2004-2007 йылдарҙа Хабаровск крайында үтәй. Мотоуҡсылар ғәскәрендә взвод командиры урынбаҫары вазифаһын үтәй. Артабан Салауат ҡалаһы полицияһында эшләүен дауам итә, 2011-2012, 2013-2014 йылдарҙа алтышар ай Төньяҡ Кавказда хеҙмәт командировкаһында була. Тик бына ғаилә хәлдәре буйынса уға тыуған яғы Ғафури районына ҡайтырға һәм эш урынын алмаштырырға тура килгән.

Бөгөн ул – Ғафури районы Еҙемҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Беҙ уға эшендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: