Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 09:00

Олатай шатлығы менән бүлешә

"Көтмәгәндә ҡартлыҡ килде..."

Олатай шатлығы менән бүлешә
Олатай шатлығы менән бүлешә

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев социаль селтәрҙә “олатай булдым” тип шатлығы менән уртаҡлашҡан. Уның берҙән-бер ҡыҙы ейән бүләк иткән.

“Осетин ғаиләһендә малай тыуһа, тимәк, ғаиләлә тағы бер ир – яугир артты тигән һүҙ. Минең берҙән-бер ҡыҙым ейән бүләк итте, мин хәҙер – олатай! Көтмәгәндә ҡартлыҡ килде. Яңы тыуған сабый, барыһынан да элек, Аллаһ Тәғәлә тарафынан фатиха алһын. Ул  ҡыйыу, батыр һәм ата-бабалары тоҡомона лайыҡлы булып үҫһен! Яҡшы хәбәр был, шулай булғас, йәшәйбеҙ һәм артабан эшләйбеҙ әле!”– тип яҙа Алан Марзаев.

Чиновник үҙ яҙмаһына ҡыҙының туйынан бер фотоны ла ҡуйған.

Алан Марзаевтың ғаилә архивынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: