Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 10:00

Әсәне төш мобилизация хаҡында иҫкәрткән...

Баймаҡ районынан Рәйлә апай бына нимә тураһында һөйләгән.

Әсәне төш мобилизация хаҡында иҫкәрткән...
Әсәне төш мобилизация хаҡында иҫкәрткән...

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан биш егет – Илшат Әхмәтов, Ислам Ураҙбаев, Илсур Килдин, Таһир Моталлапов һәм Вилдан Хәнәфин ҡулдарына повестка алған, бөгөн уларҙың барыһы ла хәрби әҙерлек урынында.

Әйткәндәй, шағирә Тәнзилә Кейекбаеваға мобилизацияланған Илшат Әхмәтовтың әсәһе Рәйлә апай бына нимә тураһында һөйләгән:

–  Ҡайһы ваҡыт төштәр ҙә бик дөрөҫ була икән. Төшөмдә ҡәйнәм миңә, ни эшләп һаман ылауығыҙ әҙер түгел, ылауығыҙҙы әҙерләгеҙ, хәҙер ылау китә бит, тине. Ниндәй ылау китә икән, тип мин ныҡ аптыраным, Бына нимә тураһында ул иҫкәрткән булған икән...

Фото: Тәнзилә Кейекбаева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: