Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 16:00

Яҡташтар эргәһенә юлландылар

“Беҙ үҙебеҙҙең мобилизацияланған егеттәребеҙгә термокейем, башлыҡтар, бирсәткәләр, шәхси гигиена саралары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙаттыҡ".

Яҡташтар эргәһенә юлландылар
Яҡташтар эргәһенә юлландылар

Стәрлетамаҡ халҡы Пенза һәм Һарытау өлкәһендәге мобилизацияланған яҡташтарына әйберҙәр һәм дарыуҙарҙың сираттағы партияһын оҙатты. Был хаҡта ҡала мэры Рөстәм Ғәзизов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә. Ул был мөһим эшкә ҡушылған эшҡыуарҙарға, предприятие етәкселәренә, ҡала халҡына ҙур рәхмәт белдерә.

“Беҙ үҙебеҙҙең мобилизацияланған егеттәребеҙгә термокейем, башлыҡтар, бирсәткәләр, шәхси гигиена саралары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙаттыҡ. Рациялар алырға тейешбеҙ, үҙебеҙ осрашҡанда тапшырасаҡбыҙ. Хеҙмәттәштәребеҙ менән юлға сығабыҙ. Беҙҙең менән концерт ҡуйырға артистарыбыҙ ҙа бара. Стәрлетамаҡтар үҙҙәренең егеттәрен ташламаясаҡ”,– тип яҙа  Рөстәм Ғәзизов.

Хәйерле юл һеҙгә!

Фото:smartik.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: