

Башҡортостан Журналистар союзы сираттан тыш XXIII съезын уҙғарҙы. Союзда бөтәһе 1700 ағза иҫәпләнә. Унда һөйләшеүгә дүрт мәсьәлә сығарылды.
Башта Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов үткән йылдарҙағы эшкә йомғаҡ яһаны, бөгөнгө эшмәкәрлек тураһында һөйләне, киләсәктәге уй-ниәттәр менән таныштырҙы.
– Башҡортостан Журналистар союзы илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәй, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Рәсәй кимәлендәге сараларҙа даими ҡатнашабыҙ. Күптән түгел Сочи ҡалаһында ойошторолған XXIV “Бөтә Рәсәй-2022” журналистика форумында ҡатнашыу шуға асыҡ миҫал.
Форумда Башҡортостан Журналистар союзы һәм Донецк Журналистар союзы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. “Аҡбуҙат” мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары әҙәби-нәфис журналын Донбасс балалары өсөн рус телендә баҫтырып бүләк иткәндәр.
Артабан республикабыҙҙың район-ара ижади ойошмаларына рәйестәр һайланды. Мәскәү ҡалаһында 27 – 29 октябрҙә Рәсәй Журналистар союзының XIII съезы ойоштороласаҡ, әле уға ун делегат һайланды.
Ошо көнгә хәтлем барыбыҙ ҙа Башҡортостан Журналистар союзының барлыҡҡа килеү ваҡытын 1957 йыл тип белдек. Союз менән республикабыҙҙың архив ойошмаһы күп йылдар эҙләнеү һөҙөмтәһендә яңылыҡҡа тап булған. Баҡтиһәң, Башҡортостан Журналистар союзы 1921 йылдың 7 февралендә төҙөлгән.
Фото: https://zabrab75.ru/