Йәмғиәт
6 Октябрь 2022, 10:00

Батыр егеткә өй күстәнәсе киләсәк

“Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылып, ағинәйҙәр ойоҡбаштар һәм башҡа йылы кейемдәр әҙерләне.

Батыр егеткә өй күстәнәсе киләсәкБатыр егеткә өй күстәнәсе киләсәк
Батыр егеткә өй күстәнәсе киләсәк

Әлбиттә, бында кейем йәки ниндәйҙер кәрәк-яраҡ етмәүе хаҡында һүҙ бармай. Интернетта төрлө имеш-мимештәргә ҡарамаҫтан, хәрби частарҙа барыһы ла бар, етерлек, тик белгестәр фекеренсә, шул тиклем халыҡты бер нисә сәғәт, хатта бер нисә көн эсендә кейендереп, бөтә шарттар тыуҙырып бөтөү мөмкин түгел.

Шуға күрә һәр кем яҡташтарының рухын күтәреүгә, өҫ-башын хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ошо йәһәттән хатта айырым акциялар ҙа булдырылды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы “Йөрәк йылыһы” исемле акция иғлан иткәйне.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, башҡа йылы кейем-һалым, аҙ булһа ла өй күстәнәсе ебәрһәгеҙ, улар йөрәк йылыһын тойор. Оҙаҡламай һыуыҡ көндәр башлана. Улдарыбыҙҙы һалҡындан аралап, хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙһаҡ ине.

Йылы әйберҙәргә ҡушып, “улыма”, “батыр егеткә”, “именлек теләйем” кеүек һүҙҙәр менән хаттар, шиғырҙар яҙып ебәрһәгеҙ, һалдаттарыбыҙ уҡып ҡыуаныр, көс-ғәйрәттәре артыр ине тигән ышаныстабыҙ, – тип мөрәжәғәт итә Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова.

– Яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Акциянан бер ауыл да, бер район-ҡала ла ситтә тороп ҡалмаҫ тип ышанабыҙ, – тип бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов та изге эштә ҡатнашырға саҡырҙы.

Акция башланыу менән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағинәйҙәр, ата-әсәләр комитеты ағзалары менән берлектә изге эшкә берҙәм тотондо. “Йөрәк йылыһы” акцияһы буйынса бейәләй-ойоҡбаштарҙы А. Инан исемендәге китапхана бинаһына килтереү һорала, ти ойоштороусылар.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ла шулай уҡ һалдаттарға йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, баш кейемдәре бәйләп-әҙерләп ебәреү буйынса акция иғлан итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә арналған акция “Мәрхәмәтлелек” тип атала. Стәрлетамаҡ районы халҡы посылкаларҙы райондың мәғариф бүлегенә алып килә.

Илебеҙгә ошондай ауырлыҡ килгәндә, уны һаҡлау, ҡурсалау – һәммәбеҙҙең изге бурысы, кем ҡулына ҡорал алып яуға баҫа, кем ошондай мәрхәмәтле эше менән дә Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Акцияларҙан, ярҙам күрһәтеүҙән ситтә ҡалмайыҡ, дуҫтар!

Батыр егеткә өй күстәнәсе киләсәк
Батыр егеткә өй күстәнәсе киләсәк
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас