

Көйөргәҙе районында ете мең пенсионер иҫәпләнә. Шуларҙың береһе - 100 йәшлек Надежда Шилепина Айсыуаҡ ауылында йәшәй, тип яҙа “Көйөргәҙе “ гәзите. Ветеран һөйләүенсә, бынан бер быуат элек Илеш районының Ҡуян ауылында тыуған ул. Уға 19 йәш тулғанда, илдә һуғыш башланған.
– Тәүҙә беҙ һуғышты шул тиклем ҡыйын булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Эштән ҡурҡманыҡ, беҙ, ҡыҙҙар, уның иң ауырына тотондоҡ. Фронтҡа ебәрер өсөн танктар, пушкалар эшләнек, урман ҡырҡтыҡ. Һуғыштан һуң колхозда эшләнем. Һеңлем дә гел миңә эйәреп йөрөнө, – ти ветеран.
100 йәшлек өләсәй илдәге һәм донъялағы бөгөнгө хәлдәр менән дә яҡшы таныш.
“Тарих яңынан ҡабатлана. Яҡындағы йорттарҙан биш кешене Украинаға хәрби операцияға оҙаттылар. Мин нисек ейәнем өсөн ҡайғырмайым ти? Барыһы өсөн дә борсолам. Хоҙай ярҙам итһен еңеп сығырға”, – ти Надежда Шилепина.
– Һуғыш өләсәйемде сыныҡтырған. Былтыр хатта баҡсаға сығып йәшелсә ултыртып йөрөнө, – ти ейәне Андрей. – Уның медицина картаһы ла юҡ, ауырыһа ла үҙен-үҙе дауалай.
Өләсәй борщ, бәрәңге билмәне бешерә, тоҙло балыҡ ярата. Бүлә-бүләсәрҙәрен һыйлай, улары ла “беҙҙең өләсәйебеҙ” тип уға һыйынып ҡына бара.
Марина Петрова фотоһы.