Бүздәк районында ысын яугир, Ватанды һаҡлаусы, гвардия подполковнигы Ленар Рөстәм улы Йәнекәевте һуңғы юлға оҙаттылар. Уның яҡташтары, туғандары, яҡындары бөгөн тантаналы сараға йыйылып, уға беҙҙе яҡлағаны, илде һаҡлағаны һәм ысын Герой булараҡ һәләк булғаны өсөн рәхмәт әйтергә йыйылды.
Ленар, башҡа яҡташтарыбыҙ кеүек үк, һис шикләнмәйенсә Тыуған иленең мәнфәғәттәрен яҡларға ынтылды. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ҡуйылған бурыстарҙы оҫта үтәне. Күрһәтелгән батырлығы өсөн ул Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов исемендәге миҙал менән бүләкләнгән.
"Башҡортостан Башлығы исеменән Ленарҙың әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙым. Ошондай ул тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдереп, уның алдында башымды эйәм.
Ленар хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан!" - тип яҙған "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Фото vk.com/ireksagitov?w=wall621918239_747%2Fall