Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2022, 07:00

Май һыҙланыуҙы баҫа

Быны эшләп ҡарағыҙ, һөҙөмтә көттөрмәҫ.

Май һыҙланыуҙы баҫа
Май һыҙланыуҙы баҫа

Һауа торошо боҙолоп торһа, быуындар һыҙлап йонсотоусан. Бигерәк тә оло кешеләр был сирҙән яфалана.

Быуын һыҙлағандан һыналған рецепт менән бүлешкебеҙ килә. Хуш еҫле әремде (был мәлдә киптерелгәнде) быяла банкаға тығыҙлап тултырырға ла өҫтөнә көнбағыш майы ҡойорға. Артабан бәләкәй кәстрүлгә һыу һалып, шунда банканы ултыртып, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алырға кәрәк. Шуныһы мөһим: был ваҡыт үткәс, һүндереп, шунда һыуынғансы ултырһын. Һуңынан инде майҙы һөҙөп алырға була.

Бына шифалы май әҙер ҙә. Кис ауыртҡан-һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуып ятһаң, шифаһы ҙур. Берҙән, арыған-талсыҡҡан аяҡ-ҡулға массаж булһа, икенсенән, ауыртыу баҫылып ҡалыр. Эшләп ҡарағыҙ, файҙаһы һис тейер.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: