Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2022, 12:00

Пензалағы ейәнсураларға барып ҡайтҡандар

Әйткәндәй, Ейәнсура районынан бөтәһе 71 ир-ат мобилизацияланған.

Пензалағы ейәнсураларға барып ҡайтҡандар
Пензалағы ейәнсураларға барып ҡайтҡандар

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә түбәндәгеләрҙе яҙған.

"Бөгөн Пенза ҡалаһындағы мобилизацияға эләккән егеттәр менән осраштым, улар бында әҙерлек үтә, – тигән Дәмин Марат улы. – Яҡташтарыбыҙға посылка-күстәнәс алып барҙыҡ, кәрәк-яраҡты әҙерләшеүҙә уларҙың туғандары, шәхси эшҡыуарҙар, ғөмүмән, ябай кешеләр ярҙам итте. Киләсәктә тағы ла шундай уҡ гуманитар ярҙам оҙатыласаҡ".

Дәмин Юланов әйтеүенсә, һалдаттарҙың кәйефтәре күтәренке, күңелдәре көр, яҡташтырыбыҙ менән бәйләнеш даими буласаҡ.

Әйткәндәй, Ейәнсура районынан бөтәһе 71 ир-ат мобилизацияланған.

Фото: Дәмин Юланов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: