

“Ашҡаҙар” гәзите хеҙмәткәрҙәре мобилизацияға эләккән ир-аттарға ярҙам итеүҙәре тураһында белдерҙе.
– Беҙ, журналистар, һәр ваҡыт ваҡиғаларҙың уртаһында булыуҙы, яҡтыртып барыуҙы мөҡәддәс бурысыбыҙ тип һанайбыҙ, – ти улар. – Шул уҡ ваҡытта был ваҡиғаларға мәҡәләләр аша ғына түгел, ә бар булмышыбыҙ менән үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә ынтылабыҙ.
Махсус хәрби операция башланғас та гәзит биттәрендә, интернет киңлектәрендә ошо ваҡиғаны яҡтыртып барҙыҡ, үҙ фекеребеҙҙе белдерҙек. Әле иһә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби уҡыуҙарға юлланған яҡташтарыбыҙ, уларға посылкалар, ярҙам ебәреү тураһында хәбәрҙәр еткереп торабыҙ. Әммә һөйләү бер, был изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индереүҙән ситтә ҡала алмайбыҙ. Һәм әлеге ваҡытта Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән гәзит уҡыусыларыбыҙға, башҡа яҡташтарыбыҙға кескәй генә булһа ла күстәнәс, дарыуҙар, йылы кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрҙек.
Иң мөһиме - иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтһындар! - ти "Ашҡаҙар"ҙар.
Фото: “Ашҡаҙар” гәзите.