Йәмғиәт
7 Октябрь 2022, 03:30

Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!

Шифалы сәй мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, ҡарағат, еләк, ҡурай еләге, сейә япраҡтарынан тора 

Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!
Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы уңғандары тыуған яҡтарында үҫкән үләндәрҙән шифалы сәй әҙерләп, һатыуға сығарған. Был хаҡта Әбүбәкер күп функциялы үҙәктең төркөмөндә яҙылған.
"Ауылыбыҙҙың экологик яҡтан таҙа ялан, урмандарында үҫкән шифалы үләндәрҙән генә торған тәмле сәй тәҡдим итәбеҙ!!! Үлән файҙаһы бик ҙур. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйә.
Беҙҙең шифалы сәй мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, ҡарағат, еләк, ҡурай еләге, сейә япраҡтарынан тора. Һатыуҙа бар, хаҡы 30 һум", - тип яҙған улар.

Быйыл Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән һәм айыҡлыҡтың тәүге аҙымы итеп шифалы сәй эсеүҙе һайлауҙары бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.

Фото һәм текст сығанағы: Әбүбәкер күп функциялы үҙәк төркөмөнән.

Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!
Әбүбәкер сәйе һатыуға сыҡҡан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас