

Бөгөн, 7 октябрҙә, Республика көнө алдынан, Асҡындың Ҡашҡа һәм эргә-тирәләге ауылдарында йәшәүселәр өсөн көтөп алынған ваҡиға – “Урмияҙ – Ҡашҡа” автомобиль юлында Төй йылғаһы аша реконструкциянан һуң күпер асылды.
2020 йылдың ноябрендә “Газгеология – Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсы ойошмаһы “Урмияҙ – Ҡашҡа” автомобиль юлындағы күперҙе реконструкциялауға кереште. Төҙөлөштә Асҡын юл-ремонт төҙөлөш идаралығы – “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Юлсылар күпергә генә түгел, ике яҡлап килеү юлына ла асфальт түшәне, дөйөм алғанда, 200 метрлап юлда эш башҡарылды. Шулай уҡ подрядсы ойошма юл билдәләрен эшләне, барьер ҡоймаларын монтажланы.
Ҡашҡа ауылы халҡы ла күпер тирә-яғын төҙөкләндереүҙә ярҙам ҡулын һуҙҙы: ҡый үләндәрен сапты, сүп-сар йыйҙы, яр буйын кәрәкмәгән ҡыуаҡтарҙан таҙартты.
Һәм, ниһайәт, оҙонлоғо 108 метр, киңлеге алты метрға тиң тимер-бетон конструкция хасил булды. Ике яҡлап та тротуарҙар урынлаштырылған, барьер ҡоймалары ла бар. Күпер асыу тантанаһында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков, “Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы” етәксеһе Артем Шамхалов, район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм башҡа ҡунаҡтар, шулай уҡ ауыл халҡы ҡатнашты.
"Бөгөн беҙ мөһим объектты – Ҡашҡа ауылында Төй йылғаһы аша күперҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Был яҡын-тирә ауылдарға транспорт уңайлылығын тәьмин итәсәк. Сөнки йылғаның уң яғында мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл табип амбулаторияһы, хакимиәт, мәҙәниәт йорто кеүек барлыҡ социаль объекттар урынлашҡан. Беҙҙең проблемаларға иғтибар йүнәлткәне өсөн республика етәкселегенә, барлыҡ эштәрҙе сифатлы итеп башҡарғандары өсөн подрядсы ойошмаларға ҙур рәхмәт. Эштәрҙең тамамланғанын сабырлыҡ менән көткән халыҡҡа ла рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Республика көнө менән ҡотлайым", - тине Динис Йосопов.
Ҡашҡа ауылы халҡы үҙенең шатлығын йәшермәне. Күпер тантаналы асылғандан һуң күптәр яңы объект фонында фотоға ла төштө.
Әлиә Ғилванова фотоһы һәм материалы.