

Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальон яугирҙәренә шәхси әйберҙәр менән адреслы посылканы нисек ебәрергә?
1. Посылкалар 30х30 сантиметр үлсәмдәге ҡатырға йәшниктәрҙә булырға тейеш.
2. Посылкаларға алкоголле эсемлектәр, аҡса, тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлек, осло предметтар, гаджеттар һалыу ҡәтғи тыйыла.
3. Посылка ентекләп целлофанға төрөлгән, ләкин йәбештерелмәгән булырға тейеш. Дым үткәрмәҫкә тейеш.
Ҡумта Ирекмәндәр штабында йәбештерелә.
4. Ҡумтаның өҫкө өлөшөнә яугирҙең батальоны, ротаһы, взводы, исем-шәрифе күрһәтелгән целлофан файл эсендә ҡағыҙ йәбештерелә. "Позывной"ын күрһәтергә кәрәкмәй, рота һәм взвод тураһында мәғлүмәт булмаһа, исем-шәрифен генә яҙырға була.
Шуныһы мөһим: яҙыу ҙур хәрефтәр менән, асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш.
5. Әгәр посылканы тәғәйен адресы булмаған теләһә ҡайһы батальонға ебәрергә теләһәгеҙ, “Яҡлаусыларыбыҙға, Башҡортостандың данлы яугирҙәренә” тип яҙығыҙ.
Посылканы ҡайҙа һәм ҡасан тапшырырға?
Посылканы 2022 йылдың 11 октябренә тиклем «Берҙәм Рәсәй» партияһы урындағы бүлексәһенең М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына килтерергә кәрәк. Ирекмәндәр штабы көн һайын сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Йөк бер урындан ебәрелә.
Посылкалар ҡабул итеү пункттарының адрестары һәм телефондары ошонда: https://vk.cc/chaeaW
М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 201-89-03