Йәмғиәт
8 Октябрь 2022, 03:00

Испанияла йәшәгән башҡорттар ҙа ярҙам итә

Улар мобилизацияланған артистарҙың видеояҙмаһын күреп ҡала ла...

Испанияла йәшәгән башҡорттар ҙа ярҙам итәИспанияла йәшәгән башҡорттар ҙа ярҙам итә
Испанияла йәшәгән башҡорттар ҙа ярҙам итә

Сит илдәге яҡташтарыбыҙ мобилизацияланған артист ир-егеттәрҙең илһөйәрлек рухындағы видеояҙмаһын күреп ҡала һәм яуап итеп шундайыраҡ музыкаль сығыш ойошторорға хәл итә. Шул саҡта “әйҙәгеҙ, сығыш ҡына булмаһын, матди ярҙам да күрһәтәйек” тигән тәҡдим була.

Сығышы менән Баймаҡ районынан булған Нәзилә Юнысова, Әбйәлилдән Гөлгөнә Ғәйнуллина, Йылайырҙан Лилиә Иҫәндәүләтова ватсапта “Башҡортостан һалдаттарына ярҙам” тигән төркөм аса һәм эште ойоштора башлай. Бер-ике аҙнаға һуҙылыр тигән акция тиҙ арала тамамлана. Ике көн эсендә Испанияла йәшәгән 120-150 тирәһе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙы дәррәү генә аҡса йыйып та ҡуя.

“Сит ятҡа йәшәһәк тә, уйыбыҙҙа Башҡортостаныбыҙҙы ташлап киткәнебеҙ юҡ, һағынабыҙ, яҡташтарыбыҙ менән гел бергәбеҙ. Барыһы өсөн дә борсолоп торабыҙ. Еребеҙ тыныс булһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Ошо эштә ҡатнашҡан апайҙарға ҙур рәхмәт. Алла бирһә, был ярҙам үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәренә барып етер, тип өмөтләнәм”, – ти Лилиә Иҫәндәүләтова.

Әлеге мәлдә Гөлгөнә Ғәйнуллина тыуған яғында. Испанияла урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе булараҡ, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылыуҙарын белдерҙе. Мобилизацияланған һалдаттарға кәрәк-яраҡ йыйыуҙы ла ойошторҙо. 

Афарин, ҙур рәхмәт, Испания башҡорттары!

Фото: Л. Иҫәндәүләтова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас