Йәмғиәт
8 Октябрь 2022, 07:00

Ҡырым күпере өлөшләтә емерелгән

Бөгөн таң менән Ҡырым күпере янында урынлашҡан Керчь ҡалаһы халҡы көслө тауыштан уянып китә...

Ҡырым күпере өлөшләтә емерелгәнҠырым күпере өлөшләтә емерелгән
Ҡырым күпере өлөшләтә емерелгән

Баҡһаң, автомобиль күперендә йөк машинаһы шартлай. Шунан һуң күрше поезд юлынан китеп барған яғыулыҡ цистерналарына ут ҡаба. Ете цистернаға ут тоҡана. Көслө янғын арҡаһында автомобиль күперенең ике аралығы емерелеп төшә. 

Ҡырым етәкселегенән хәбәр итеүҙәренсә, күпер аша хәрәкәт туҡтатылған. Урында махсус хеҙмәттә эшләй. 

Күҙәтегеҙ, артабанғы яңылыҡтар менән таныштырып барырбыҙ.

Фото vse42.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас