

Әлшәй районының Ҡунҡаҫ ауылында бөгөн ете генә йорт иҫәпләнә, бында йәмғеһе ундан ашыу кеше йәшәй.
Ошо бәләкәй генә ауыл быйыл үҙенең барлыҡҡа килеүенә 260 йыл тулыуҙы бик ойошҡанлы, матур итеп билдәләп, йәйҙең йәмле бер көнөндә республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралған ауылдаштарын йыйғайны. Әлеге сара барышында ҡунҡаҫтар тағы бер матур башланғысты күтәреп сыҡты: бергәләп яугир ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү өсөн стела асырға килештеләр.
Һәм бына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ярайһы уҡ ҙур сумма аҡса йыйылған, барлыҡ кәрәкле эштәр берҙәм көс менән ойошторолған һәм бөгөн килеп Ҡунҡаҫ ауылының ҡалҡыу ғына урынында күркәм стела ҡалҡты.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 30-ҙан ашыу йорт иҫәпләнгән ауылдан 26 кеше Тыуған илен һаҡларға юллана, шуларҙың 16-һына, Еңеү яулап, ғәзиз төйәгенә ҡайтырға насип була. Был стелала ошо яугирҙәрҙең, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәренең һәм һуғыш осоро балаларының исемдәре урын алған.
Изге эште атҡарып сығыуға ҡағылышлы эштәрҙе Раевкала йәшәгән яугир-интернационалист Рәмил Ғәлиуллин, Ҡунҡаҫта тыуып үҫеп, әле Себенле ауылында ғүмер иткән Гөлфиә Әхмәтйәнова һәм Люция Кашапова ойоштора. Барлыҡ ауылдаштар, ошо ерлектән сыҡҡан эшҡыуарҙар, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Әлшәй бүлексәһе яугирҙәре, Себенле ауыл хакимиәте берҙәм рәүештә ярҙам күрһәтә. Барлығы 400 мең һумға яҡын аҡса йыйыла. “Районыбыҙҙың, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, хатта Владивосток, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа, сит өлкәләрҙә йәшәгән ауылдаштар, уларҙың балалары, ейәндәре аҡса күсерҙе. Эшебеҙҙең ыңғай барып сығыуына шатбыҙ, ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлегенә тағы бер тапҡыр һоҡландыҡ”, - ти ойоштороусылар.
Стеланы асыу хоҡуғы Ҡунҡаҫ ауылының хөрмәтле уҙаманы Ринат Ниғмәтйәновҡа, әлеге изге эште башҡарып сығыуға ҙур тырышлыҡ һалған Рәмил Ғәлиуллинға һәм мәктәп уҡыусыһы Морат Ильясовҡа тапшырылды.
Ҡунҡаҫ халҡын иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Әлшәй районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Наил Хәйретдинов, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Әлшәй бүлексәһе етәксеһе Булат Төхвәтуллин, Ҡунҡаҫ ауылы ҡараған Себенле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Кашапов һәм башҡа ҡунаҡтар ихлас тәбрикләне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Тания Миңлеғолова, Илиза Нәғимова, Зөлфирә Шәрипҡолова, Сажиҙә Сайранова, Нияз Ғиҙҙәтуллин, Артур Шәйәхмәтов сараны илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙары менән биҙәне. Риф хәҙрәт әрүахтар рухына изге доғалар бағышланы. Артабан стелаға сәскәләр һалынды, һәр кем ҡара мәрмәргә исеме уйып яҙылған яҡын кешеләрен яҡты хәтер менән иҫкә алды.
Автор фотолары.