Йәмғиәт
9 Октябрь 2022, 10:45

Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар

Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған гвардия кесе сержанты Роберт Вадим улы Закиров менән бәхилләштеләр

Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттыларХәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған гвардия кесе сержанты Роберт Вадим улы Закиров менән бәхилләштеләр.

Был хаҡта район етәксеһе Рөстәм Шәрипов хәбәр итте. "Биргән хәрби антына тоғро ҡалып, Ватаны алдында үҙенең бурысын Роберт һуңғы һулышына ҡәҙәр үтәне, ул намыҫлы, яҡшы ир - егет булып беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгегә ҡалыр. Хәйбулла районы халҡы исеменән ҡыйыу егеттең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Тыныс йоҡла, Роберт, беҙҙең йөрәктәрҙә Һин мәңге йәшәрһең... " - тип яҙҙы ул.


Роберт 2020 йылда саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған, артабан уны контракт буйынса дауам иткән. Миномет взводы командиры булып хеҙмәт иткән. Дошмандың диверсия-разведка төркөмөн асыҡлап, шуны утҡа тотҡанда үлемесле яраланған.


Яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға түҙемлек, ҡалғандарына именлек теләйбеҙ.

 

"Бәйләнештә" селтәренән. 

Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Хәйбулла батырын һуңғы юлға оҙаттылар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас