

"Ирекмән булырға" һәм Дәүләт хеҙмәттәре сервистары аша мөрәжәғәттәр ике көн эсендә ҡаралырға тейеш, тип белдерҙе Рәсәй Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко кисә Координация үҙәгендә үткәргән ултырышта. Ул өлөшләтә мобилизация мәсьәләләренә арналды. Ултырышта төрлө министрлыҡ-ведомстволар, шулай уҡ илдең бөтә субъекттары етәкселеге ҡатнашты.
Һүҙ ике сервистың эше хаҡында барҙы. Беренсеһе – "Ирекмән булырға" ("Стать добровольцем"). Ул – үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға әҙер булғандар өсөн. Икенсе сервис – Дәүләт хеҙмәттәре порталында –өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыу тураһындағы ҡарарҙарға ялыуҙарҙы ҡарау.
Бөтә ғаризалар ҙа төбәк саҡырыу комиссиялары тарафынан ҡабул ителә, улар менән алып барылған эш контролдә тотола.
Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, хеҙмәттәрҙең эше техник яҡтан көйләнгән, граждандарҙың мөрәжәғәттәре ҡарала.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан да мөрәжәғәттәр бар. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары билдәләүенсә, улар өлөшләтә мобилизацияла ҡатнашырға тейеш түгел. Әммә ярҙам итергә теләге булғандар ирекмәндәр эшмәкәрлегендә ҡатнашырға йәки дауаханаларҙа эшләргә мөмкин. Өлөшләтә мобилизация критерийҙарына тап килмәгән, әммә ил мәнфәғәттәрен яҡлауға үҙ өлөшөн индерергә теләгән ир-егеттәр ҙә ирекмәндәр эшмәкәрлегенә, гуманитар ярҙам йыйыуға йәлеп ителә ала.
Вице-премьер хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының мобилизациялау ваҡытындағы хаталары ихтималлығы тураһында ялыуҙарҙы эшкәртеү менән бәйле төп проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне: "Ялыуҙарҙы эшкәртеү иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылһын өсөн тырышырға кәрәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ялыуҙарға яуап биреү исем өсөн генә булғанын теркәйбеҙ. Һәр мөрәжәғәткә ентекле иғтибар итеү мөһим, тип билдәләйем. Был эште ҡаты күҙәтәсәкбеҙ. Мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙың һөҙөмтәлелеге, яуаптарҙың сифаты – төбәктәр эшен ошо билдәләр аша ла баһалайбыҙ".
Дмитрий Чернышенко граждандарға мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда улар:
– https://mil.ru - Оборона министрлығы сайты
– Рәсәй Оборона министрлығының ҡыҙыу линияһы, тел.: 8 (800) 100-77-07
– "Аңлатабыҙ.РФ", "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" ресурстары: https://vk.com/obyasnyaem, https://vk.com/obyasnyaem102
– өлөшләтә мобилизация тураһында Башҡортостандағы чатбот, https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
– Ситуация үҙәге, тел.: номер 122, өҫтәмә 1 йәки 218-19-19
– Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы: https://vk.com/obyasnyaem102?w=wall-210976283_2690 .
Сығанаҡ: Рәсәй Оборона министрлығы.
Фото: ysia.ru