Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 07:30

11 октябрҙә Өфөлә юл ябыла

Был бер нисә урамға ҡағыла

11 октябрҙә Өфөлә юл ябыла11 октябрҙә Өфөлә юл ябыла
11 октябрҙә Өфөлә юл ябыла

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар үтеүенә бәйле Өфөлә Совет урамы буйынса (Зәки Вәлиди урамынан алып Октябрь Революцияһы урамына тиклем) һәм Пушкин урамында (Цюрупа урамынан Ленин урамына тиклем) транспорт хәрәкәте туҡтатыла.

Бынан тыш, “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге туҡталҡа ла 10 октябрҙә 21.00 сәғәттә ябыла һәм 11 октябрҙә сәғәт 13.00 сәғәттә асыла. Был Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу сараларына бәйле индерелгән сикләү.

Ҡала хеҙмәттәре ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм юл маршруттарын төҙөгәндә алдан планлаштырыуҙарын һорай.  

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Өфө ҡала хакимиәте сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас