Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 08:30

“Башҡортостан” хәбәрселәре – Нуриман районында!

Вилдан Венер улы әйтеүенсә, төбәктә көҙгө урып йыйыу эштәре ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ тамамланған, йылытыу миҙгеленә төплө әҙерләнгәндәр

“Башҡортостан” хәбәрселәре – Нуриман районында!“Башҡортостан” хәбәрселәре – Нуриман районында!
“Башҡортостан” хәбәрселәре – Нуриман районында!

Бөгөн “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәрселәре – баҫманың мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Рәүилә Ғатауллина менән баш мөхәррир янындағы махсус хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Нуриман районында командировкала.

Башта улар Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов менән осрашты. Вилдан Венер улы әйтеүенсә, төбәктә көҙгө урып йыйыу эштәре ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ тамамланған, йылытыу миҙгеленә төплө әҙерләнгәндәр. Ғөмүмән, нуримандар Республика көнөн ҙур уңыштар менән ҡаршылай.

Рәүилә Ғатаулина “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Илһамлы һөнәрмән” конкурсында еңеү яулаған Яңы Күл ауыл моделле китапханала баш китапханасы булған Гөлсирә Бикбаеваға Диплом тапшырҙы.

  • Абруйлы гәзит ойошторған бәйгелә ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын, беренсе урын алыуым тураһында уйламағайным да, минең өсөн тауыш биргән кешеләргә ҙур рәхмәт, – тине Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы.

Фото: Рәүилә Ғатауллина.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас