

Өфөлә йәш егеттәр кешенең машинаһын урлап яндырыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, «КП-Өфө» порталы.
Хәл былайыраҡ башлана. 24 йәшлек егет үҙенең ВАЗ - 21144 машинаһын подъезд алдында ҡалдырып инеп китә. Әмәлгә ҡалғандай, машина асҡысы, документтары, банк картаһы ятҡан барсеткаһын төшөрөп ҡалдыра… Бәләкәс сумканы күрше ҡатын табып ала ла хужаһына бирергә уйлай. Тик өлгөрмәй, машина асҡысын һәм банк картаһын 20 йәшлек ейәне алып сығып китә. Үҙе йәшендәге танышы менән машинаға ултырып ҡала ҡыҙыралар. Юлда тағы бер дуҫтарын ултыртып, Төньяҡ зыярат яғына юлланалар. Барыр ерҙәренә еткәс, алкоголь алырға уйлайҙар, әммә был ваҡытҡа банк картаһына блок ҡуйылған була инде. Шунда егеттәрҙең береһенең башына машинаны яндырыу уйы килә. Йәнәһе лә, шулай улар эҙ яҙлыҡтырырға ҡарар итә. Әммә урамдағы күҙәтеү камералары аша уғрыларҙың эҙенә тиҙ төшәләр. Шулай итеп, алдан да суд эскәмйәһенә ултырырға өлгөргән егеттәр ғәйептәрен тулыһынса таный. Күрәләтә кеше әйберенә зыян килтереү статьяһы буйынса уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эх, өләсәһе барсетканы тапмаған булһа...
Фото Эске эштәр минстрлығынан.